-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
8 Март 2023, 17:35

Кәзә – файҙалы мал

Кәзә – бик ҡыҙыҡ, аҡыллы хайуан. Йылан саҡһа ла, ауырыуға, үлемгә бирешмәй. Кәзәнең һөтө бик тәмле һәм шифалы. Ул мең төрлө ауырыуға дауа булып тора. Үпкә ауырыуына, аҙ ҡанлылыҡҡа, пхит кеүек ҡатмарлы ауырыуҙарҙан арынырға ла ярҙам итә ала.

Кәзә – файҙалы мал
Кәзә – файҙалы мал

Кәзә – бик ҡыҙыҡ, аҡыллы хайуан. Йылан саҡһа ла, ауырыуға, үлемгә бирешмәй. Кәзәнең һөтө бик тәмле һәм шифалы. Ул мең төрлө ауырыуға дауа булып тора. Үпкә ауырыуына, аҙ ҡанлылыҡҡа, пхит кеүек ҡатмарлы ауырыуҙарҙан арынырға ла ярҙам итә ала.

Кәзәнең һөтө генә түгел, ҡаны ла иҫ китмәле үҙенсәлеккә эйә. Ғалимдар уның ҡанынан сыворотка яһап, ауырыу кешеләргә биреп ҡарағандар. Сыворотканы ҡабул итеү менән, сирлеләр үҙҙәренең күҙгә күренеп һауығыуҙарын һиҙгән. Халыҡ телендә “Кәзә һөтөндә һәр төрлө ауырыуҙарҙы индереп сығарыусы микроорганизмдар һәм калий миҡдары күп, ә витаминдар бөтөнләй юҡ” – тигән һүҙҙәр йөрөй. Ышанмағыҙ! Ғалимдар бер генә тапҡыр ҙа кәзә һөтөндә микробтар тапмаған. Киреһенсә, кәзә һөтө бактерицид, йәғни микробтарҙы үлтерергә һәләтле. Яңы һауылған һөт бигерәк тә файҙалы. Ул тиҙ арала зарарлы микробтарҙы “ҡырып бөтөрә”. Һыйыр һөтөндә булмаған һөттөң әсемәүен тәьмин итеүме биологик актив матдәләр, балалар организмына кәрәк булған А витамины, организмдағы ҡан әйләнешен, матдәләр алмашыныу процестарын контролдә тотоусы В12 витамины составына ингән кобальт кәзә һөтөндә, һыйыр һөтөнә ҡарағанда, 6 тапҡыр күберәк. Ә калийға килгәндә, йөрәк-ҡан тамырҙары системаҙының эшмәкәрлеген тап бына калий тиәьмин итә бит.

Үткән быуаттың башында байҙар балаларын кәзә еленен имеҙеп туйындырған. Бала нисек еңел генә әсә һөтөн кәзәнекенә алмаштыра алды икән? Кәзә һөтөнөң составында төп аҡһым – казеин бар һәм ул тәме менән әсә һөтөн хәтерләтә. Кәзә һөтө организм тарафынан да еңел үҙләштерелә, сөнки ундағы май шарҙары, һыйыр һөтөнә ҡарағанда, күпкә бәләкәйерәк.

Күптәр кәзә һөтөн эсеүҙән бөтөнләй баш тарта – кәзә еҫе килә, имеш. Күп кәзәләрҙең һөтөнән бөтөнләй еҫ килмәй һәм ул бик тәмле. Билдәле булыуынса, оҙаҡ торһа еҫләнә башлауы мөмкин.

Кәзәнең һөтөндә үҙенсәлекле бер фермент бар. Бына шул һөткә кәзә “рухын өрә” лә инде. Кәзә һөтөн һауған көндә эсеп бөтөрөргә кәңәш ителә. Һөттө оҙағыраҡ һаҡларға теләгәндә, 70 градуслы температурала ярты минут самаһы йылытып алырға кәрәк. Был температурала фермент тарҡала.

Кәзә яңғыҙлыҡты яратмай. Шуға күрә йә бер пар, йә бәрәсле кәзә алырға кәрәк. Иң яҡшыһы – бер пар, биш кәзә бәрәсе алыу. Улар кесе йәштән үк хужаға, уның холҡона, хужалыҡтағы тәртипкә өйрәнеп китә. Таҙалыҡты ярата улар.

Кәзә мамығынан бәйләнгән шәлде файҙаланыу.

Бындай шәл хужаһын радикулит, остеохондроз, артроздан дауалай, һалҡын тейеүҙән һаҡлай. Радикулит булғанда уны билгә бәйләйҙәр. Тамаҡ шешеп, ангина борсоһа, муйынға урарға кәрәк. Веналарҙың киңәйеүенән (варикоз ауырыуы) интегеүселәргә аяҡтарын төнгөлөккә мамыҡ шәл менән урап ятырға кәңәш ителә.

 

Кәзәнең зыяны

Кәзә һөтөнөң ҡайһы бер организм өсөн зыянлы булыуы тураһында ла онотмаҫҡа кәрәк.

  1. Бер йәше тулмаған балаға кәзә һөтө биреү ҡәтғи тыйыла. Был йәштә сабыйҙың ашҡаҙаны кәзә һөтөндә булған аҡһым, май һәм шәкәрҙе ҡабул итергә һәләтһеҙ була.
  2. Эсәклеге ялҡынһынған, организмында ферменттар алышыныуы насар барған кешеләргә кәзә һөтө эсергә ярамай.
  3. Ҡара төҫтәге кәзәләрҙең һөтө, аҡ төҫтәгеләренекенә ҡарағанда, күпкә майлыраҡ була. Шуға күрә аҡ кәзә һөтөн организм еңелерәк ҡабул итә.

Кәзә аҫырарға теләүселәргә кәңәштәр

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: кәзә аҫырай торған һарайҙа (оя) бер ниндәй тиреҫ тә, себен-серәкәй ҙә булырға тейеш түгел. Кәзәне үләнле ерҙә аҫырау мөмкинлеге булғанда, уның еленен туҙан, бысраҡ эләгеүҙән һаҡлауы еңелерәк буласаҡ. Кәзәне һәр ваҡыт таҙа итеп тотҡан айырым бүленгән урында аҫырарға кәрәк. Ул бит таҙалыҡты ярата.

Ә һеҙ беләһегеҙме?

  1. Зәңгәр күҙле кешеләр ауыртыуҙы көслөрәк тоя.
  2. Бала тыуғанда уның теҙ һөйәге булмай, ул бары 2-6 йәш аралығында ғына барлыҡҡа килә.
  3. 1990 йылда Дилан Сиал исемле һинд кешеһе дөгө бөртөгөнә 100 тапҡыр “Мин һине яратам!” тип яҙған һәм үҙенең инициалдарын ҡуйған.
  4. Урыҫса “рәхмәт” – “спасибо” һүҙе 16-сы быуатта “спаси” һәм “Бог” һүҙҙәренән килеп сыҡҡан.
  5. Кеше үҙ ғүмерендә алты фил ауырлығында ризык ашай.
  6. Шыбырлап әйткән һүҙҙе алты метрҙан ишетмәй башлағас уҡ, табипҡа барырға кәрәк.
Автор:Нурулла Миһранов
Читайте нас: