-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
29 Апрель 2023, 15:25

Иң йәш хәрби лётчик

Донъялағы иң йәш летчик Аркадий бер ҡасан да үҙен герой һанамай. Рекорд артынан ҡыумай. “Мин еңеүгә үҙ өлөшөмдө индерергә теләнем. Эшләй алған тиклем эшләнем”, - ти үҫмер. Тулыраҡ:

Иң йәш хәрби лётчик
Иң йәш хәрби лётчик

14 йәшлек кенә Аркаша Каманин һуғышта 650 осош яһай

 Өлкән сержант Аркадий Каманин донъялағы иң йәш хәрби осоусы һанала. 1943 йылдың июлендә 16 йәшлек кенә Аркадий хәрби самолетта беренсе тапҡыр күккә күтәрелә. Ә 1945 йылдың 9 майында уның иҫәбендә 650 осош була (283 сәғәт).

Ташкенттан – фронтҡа

 Самолеттар менән Аркаша тыуғандан уратып алынған була. Ул Алыҫ Көнсығышта атаһы Николай Каманин хеҙмәт иткән авиация ҡаласағында тыуа. Атаһын Төньяҡ Ҡотоп боҙҙары араһында ҡыҫылып ҡалған “Челюскин” корабы экипажын ҡотҡарыу буйынса легендар походҡа оҙата. Операцияла ҡатнашҡан бөтә пилоттар ҙа иҫән әйләнеп ҡайта. Уларға Советтар Союзы Геройы исемдәре тапшырыла. Улар илдә был иҫемгә лайыҡ тәүгеләр була.

Икенсе синыфҡа Аркадий Мәскәүҙә уҡырға бара. Авиамодель түңәрәгенә яҙыла. Хәрби самолеттарҙың миниатюр моделдәрен яһай.

1941 йылда, 6-сы синыфты тамамлағас, әсәһе һәм ҡустыһы Лёва менән Ташкент ҡалаһына юлланалар. Унда уларҙың атаһы айырым авиабригада менән етәкселек итә. Ғаилә һуғыш башланыуы тураһындағы фажиғәле хәбәрҙе шунда ишетә. 1941 йылдың көҙөндә Ташкентта Мәскәүҙән эвакуацияланған авиазавод урынлаша. 12 йәшлек Аркаша шунда үҙ ирке менән эшкә бара. 10-12 сәғәт эшләп, ололар өсөн билдәләнгән пландарҙы арттырып үтәй. 1942 йылда атаһын фронтҡа саҡыралар. Ә бер йылдан һуң, бәләкәй  Лёваны туғандарына ҡалдырып, Аркадий әсәһе Мария Михайловна менән атаһы эҙенән юллана. Ә барып тапҡас, әгәр ҙә Николай уларҙы үҙенең осоу корпусына ҡабул итмәһә, барыбер фронтҡа юл табасаҡтары тураһында шарт ҡуялар. Генерал, улы һәм ҡатынының тәүәкәллеген күреп, риза була. Аркадий - фронт аэродромында механик, ә Мария Михайловна армия штабында делопроизводитель була. Ире менән штурман сифатында һауаға ла күтәрелә. Каманин улының да икенсе пилот булып осоуы тураһында ишетә. Улының У-2 самолетында бик ышаныслы осоуын үҙ күҙе менән күргәс, әгәр тағы ла осоу теорияһын һәм осош техникаһын өйрәнһә, артабан уға үҙаллы осорға рөхсәт итәсәген әйтә.

Еңеүҙәге өлөшө

 Өс ай үтеүгә Аркадий имтихандарға әҙер була. Улының осошон Каманин ерҙән күҙәтә, бәйләнерлек нәмә тапмай. 1943 йылдың июлендә 14 йәшлек Аркадий элемтә эскадрильяһы осоусыһы тип тәғәйенләнә. Үҫмерҙең бурысы булып бойороҡ һәм күрһәтмәләрҙе армия штабына еткереү тора. Фронт һыҙығы аша ла йыш осроға тура килә. Бер көн, хәрби заданиенан аэродромға ҡайтып килешләй, ерҙә ҡолап төшкән Ил самолетын күреп ҡала. Кабинала пилот барлығын аңлай. Өлкән сержант, уйлап тормай, ергә ултыра. Үҫмер яралы летчикты кабинан һөйрәп сығарып, үҙенең У-2 самолетына тейәй. Бер юлы фототехника һәм төшөрөлгән серле материалдарҙы ла ала.

Һуғышта уны Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләйҙәр.

Үҫмер Еңеүҙе Венгрияла ҡаршы ала. 1945 йылдың  июнендә Еңеү Парадында ҡатнаша. Ул 17-һе лә тулмаған иң йәш ҡатнашыусы була.

Тыныс тормош башланғас, Аркадий йыл ярымда 8, 9 һәм 10-сы синыф программаларын үҙләштерә. Өлгөргәнлек аттестаты ала һәм 1946 йылда Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһына имтихандар бирә. Әммә тамамлай алмай. 1947 йылдың 17 апрелендә, дәрестән арып ҡайтып, кушеткаға ятып йоҡлап китә. Киске ашҡа уята башлаһалар – аңын юғалтҡан булып сыға. Табиптар ҙа ярҙам итә алмай. 1947 йылдың 13 апрель иртәһендә Аркадий ҡапыл үлеп ҡала. Уға 18 йәш кенә була.

Донъялағы иң йәш летчик Аркадий бер ҡасан да үҙен герой һанамай. Рекорд артынан ҡыумай. “Мин еңеүгә үҙ өлөшөмдө индерергә теләнем. Эшләй алған тиклем эшләнем”, - ти үҫмер.

 

Иң йәш хәрби лётчик
Иң йәш хәрби лётчик
Иң йәш хәрби лётчик
Иң йәш хәрби лётчик
Иң йәш хәрби лётчик
Автор:Илшат Зарипов
Читайте нас: