+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
13 Июнь 2023, 13:42

“Аманат”ҡа – арзан хаҡҡа!

Иртәгә, 14 июнь, Матбуғат йорто алдында МАТБУҒАТҠА ЯҘЫЛЫУСЫ КӨНӨ үтә.  Байрам 11.00 сәғәттә башлана.

“Аманат”ҡа – арзан хаҡҡа!
“Аманат”ҡа – арзан хаҡҡа!

“Аманат”ҡа – арзан хаҡҡа!

Дуҫтар! 15 июнгә тиклем, “Аманат” журналына арзан хаҡҡа яҙылыу бара. Яҡындарығыҙҙы, балаларығыҙҙы яратҡан журналынан мәхрүм итмәй, 2023 йылдың 2-се ярты йыллығына бөгөндән яҙылып ҡуйығыҙ.

Башҡортостан мәктәптәренә, балалар йорттарына ла “Аманат”ыбыҙ барып етһен ине. Уҡыусыларыбыҙ “Аманат”тың төрлө конкурстарында ҡатнашһын, “Аманат” менән бергә ижад итеп, ҙур еңеүҙәр яулаһын! 

 

Хеҙмәттәштәребеҙ, Зөбәржәт Яҡупова, Рәзил Бикбулатов, 2023 йылдың 1-се ярты йыллығына Башҡортостан Республикаһының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се балалар йортона 10 дана “Аманат” журналын бүләк иткәйне. Был изге эште артабан да дауам итергә булдылар. Балалар йорто тәрбиәләнеүселәре 2-се ярты йыллыҡта ла “Аманат”ты уҡыясаҡ.

Зөбәржәт Мәүлембирҙе ҡыҙы үҙенең тыуған районы – Ғафури мәктәптәренә лә “Аманат” журналына яҙылып, бүләк яһаны.

Башҡортостаныбыҙҙа барған #"Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы"#нда изге ғәмәлдәрҙә булайыҡ! Балаларыбыҙ “Аманат”лы булһын!

 

Әйткәндәй, иртәгә, 14 июнь, Матбуғат йорто алдында МАТБУҒАТҠА ЯҘЫЛЫУСЫ КӨНӨ үтә.  Байрам 11.00 сәғәттә башлана.

Гәзит-журналдарға ташлама менән яҙылып, ҡиммәтле бүләктәр отошонда ҡатнаша алаһығыҙ. Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылған һәр кешегә дәртләндереү приздары тапшырыласаҡ.

Программала билдәле артистар, эстрада йондоҙҙары сығыштары ҡаралған.  

Байрамға килегеҙ! Арзан хаҡҡа “Аманат”ҡа яҙылып ҡалығыҙ!

 

“Аманат”тар.

“Аманат”ҡа – арзан хаҡҡа!
“Аманат”ҡа – арзан хаҡҡа!
“Аманат”ҡа – арзан хаҡҡа!
“Аманат”ҡа – арзан хаҡҡа!
“Аманат”ҡа – арзан хаҡҡа!
“Аманат”ҡа – арзан хаҡҡа!
“Аманат”ҡа – арзан хаҡҡа!
“Аманат”ҡа – арзан хаҡҡа!
Автор:
Читайте нас: