+9 °С
Ямғыр
Мәғлүмәт
26 Октябрь 2023, 10:37

Ноябрь байрамында көндәр нисек торасаҡ?

Ә көҙгө каникулдарҙа һауа торошо беҙҙе һөйөндөрәсәкме?

Ноябрь байрамында көндәр нисек торасаҡ?Ноябрь байрамында көндәр нисек торасаҡ?
Ноябрь байрамында көндәр нисек торасаҡ?

26 октябрҙә урыны менән бер аҙ ҡар яуа, юлдарҙың айырым өлөшөндә боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә –2° –7°, аяҙытҡанда –12°, көндөҙ 0° –5°.

Синоптиктар октябрь аҙағы-ноябрь башында һауа торошо тураһында белдерҙеләр. Октябрҙең өсөнсө декадаһы ҡапыл һыуыта: төнөн 0, –2; көндөҙ –  +2, +4 градус. Ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә.

29 октябрҙән ҡапыл йылыта. Ноябрҙең беренсе көндәрендә төнөн һауа температураһы +5, +7 градусҡа тиклем йылыта. Көндөҙ 30 октябрҙән 1 ноябргәсә +7, +9 градус буласаҡ. 2 һәм 3 ноябрҙә +13, +14 градусҡа тиклем йылытасаҡ.

 4 ноябрҙә ҡар яуыуы көтөлә. Төнөн термометр –6ға тиклем төшәсәк. Көндөҙ +9 градус йылы һауа торошо көтөлә. 5 ноябрь төнө – 16 градусҡа тиклем һыуыта, көндөҙ – 12. Киләсәктә көндәр ошо температурала торасаҡ.
10 ноябрь төнөн –1 градусҡа тиклем йылыта. Көндөҙ – 0.

Синоптиктар, шулай уҡ, 4 ноябрҙән алып көн дә ҡар яуыуын күҙаллай.

Автор:
Читайте нас