+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
29 Октябрь 2023, 18:59

Шатунов - Йылайырҙан!

Билдәле йырсы Юрий Шатуновтың ҡартатаһы Йылайыр районының Ҡартлаҙма ауылында тыуған

Шатунов - Йылайырҙан!
Шатунов - Йылайырҙан!

Билдәле йырсы Юрий Шатуновтың ҡартатаһы Йылайыр районының Ҡартлаҙма ауылында тыуған
Бының тураһында Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов үҙенең социаль селтәрендә хәбәр итә. Уның һүҙҙәрен тыуған яҡты өйрәнеүсе ғалим Геннадий Шаранов иҫбатлай.
“Ласковый май” төркөмөнөң элекке солисы, йырсы, поэт һәм композитор Юрий Шатуновтың ҡартатаһы – Гаврила Егор улы Шатунов БАССР-ҙа Йылайыр районынының Ҡартлаҙма ауылында 1922 йылдың 7 июлендә тыуған.
Борис Мелкоедов фекеренсә Юрий Шатуновтың йырҙары берәүҙе лә битараф ҡалдыра алмай, улар күңелгә йылылыҡ килтерә. Йылайыр районы атамаларының береһе – йылы йыр – бушҡа ғына түгелдер. Бында таланттар тыуа һәм йырҙар үҙенсәлекле яңғырай.
Фото Йылайыр районын хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов диаурынан.

Айнар Байбулатов,

"Аманат" журналының бүлек мөхәррире.

Шатунов - Йылайырҙан!
Шатунов - Йылайырҙан!
Автор:Аманат
Читайте нас: