-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
17 Июль , 11:45

Ҡарабаш тебейек ниндәй ҡош ул?

Ҡарабаш тебейектең йыры яңғырауыҡлы һәм ҡатыраҡ, “ти-ти-тижж”, йә “түй-түүйй” булып ишетелә.

Ҡарабаш тебейек ниндәй ҡош ул?
Ҡарабаш тебейек ниндәй ҡош ул?

Ҡарабаш тебейек (русса — черноголовая (болотная) гаичка, латинса — poecile palustris, инглизсә — marsh tit) — ҡарабаш турғайҙар ғаиләһенә ҡараған ябай турғайҙан кесерәк ҡош.

Донъяла был ҡоштарҙың дөйөм һаны 4,3 млн иш тирәһе. Евразия ҡитғаһында барлығы 13 ярымтөрө билдәле, улар Европа, Урта диңгеҙ буйҙары, Кесе Азия, Кавказ, Көньяҡ Урал, Алтай, Көнсығыш Себер, Сахалин, Япония һәм Ҡытайҙа айырым биләмәләрҙә көн итә.

Кәүҙәһенең оҙонлоғо — 11-22 см, ҡанаттарының киңлеге 18 см тирәһе, ауырлығы 15 г тиклем. Ата һәм инә ҡош бер-береһенән айырылмай.

Түбәһе, елкәһе, тамағы — ялтыр ҡара, һырты — көрәнһыу һоро, кәүҙәһенең аҫ яғы һорғолт аҡ.

Ҡанаттары һәм ҡойроғо ла һырты төҫөндә тиерлек. Суҡышы аҫтында бәләкәй ҡара табы бар. Суҡышы һәм күҙҙәре — ҡара, тәпәйҙәре — зәңгәрһыу һоро.

Йәш ҡоштар ололарҙан асығыраҡ төҫлө булыуы, баштарындағы ҡара төҫ ялтырауыҡһыҙ, кәүҙәнең аҫты аҡ төҫлө булыуы менән айырыла.

Әйтергә кәрәк, ҡарабаш тебейектең ареалы күп ерҙәрҙә ябай тебейектеке менән сиктәш. Шунлыҡтан уларҙы тәбиғәт шарттарында бер-береһенән айырыу еңелдән булмай. Шулай ҙа белгестәр уларҙы ҡайһы бер сифаттары аша еңел айыра. Мәҫәлән, ҡарабаш тебейектең ҡойроғо оҙонораҡ. Тағы ла уны дөйөм төҫө көрәнһыу, башы — ялтырауыҡлы ҡара, арҡаһына ҡара төҫ төшмәй, ҡанаттары бер тонға мансылған. Тауыштары менән дә айырылалар.

Ҡарабаш тебейектең йыры яңғырауыҡлы һәм ҡатыраҡ, “ти-ти-тижж”, йә “түй-түүйй” булып ишетелә.

Башҡа ҡарабаш турғайҙар менән сағыштырғанда, ҡарабаш тебейек беҙҙең яҡта һирәк осрай, улар кеүек оло туптарға берләшмәй. Ултыраҡ ҡош, ҡышҡыһын ғына аҙыҡ артынан бер урындан икенсеһенә күсенеп йөрөй.

Ҡарабаш тебейек оя ҡорор өсөн япраҡлы ҡарт ағаслы урмандарҙы, туғай кеүек һаҙмырт урындарҙы, аллея-парктарҙы һайлай. Был ҡоштарҙың иштәре ғүмер аҙағынаса һаҡлана. Бер йыл эсендә ике тапҡыр: май айының урталарында һәм июнь аҙағында бала сығарырға һәләтлеләр.

Ояһы ағас ҡыуыштарында, һирәкләп төрлө өңдәрҙә яһала. Ғәҙәттә, ерҙән 2-3 м бейеклектә була. Ҡыҙғылт, йә көрән һипкелле 5-10 бөртөк аҡ йомортҡа һалып, уларҙы инә ҡош 17 көн дауамында баҫа. Ҡошсоҡтарын ата-әсәһе бергәләп тәрбиәләй.

20 көн үтеүгә балалары ҡанат нығыта башлай. Осорға өйрәнгәс, тағы ла 1 аҙна тирәһе ата-әсәһе янында ҡалалар. Ҡарабаш тебейек, төрлө зарарлы бөжәктәрҙе, уларҙың ҡурсаҡтарын, ҡарышлауыҡтарҙы, үрмәкселәрҙе ҡырып, ҙур файҙа килтерә. Шулай уҡ ағастарҙың бөрөләре, муйыл, миләш ағастарының еләктәре, үҫемлектәрҙең орлоҡтары менән туҡлана. Айырыуса шайтан таяғы үләненең орлоҡтарын ярата. Яҙ көнө ҡайын, саған ағастарының һутын эсә.

Йәй аҙағынан ҡышҡы һаҡлам әҙерләүгә тотона, емде ағас ярыҡтарында йәшерә. Ҡышҡыһын кеше тарафынан әҙерләнгән тағараҡтарға яҡынламай тиерлек.

Азамат БАЙРАМҒӘЛИН

Автор:
Читайте нас: