-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
25 Июль , 10:14

Йылға сарлағы

Йылға сарлағы ниндәй ҡош һәм ҡышын ҡайҙа китә. Ә һеҙ йылға сарлағын күргәнегеҙ бармы? Башҡортостанда иһә уларҙың 13 төрө осрай. Күптәр уны аҡсарлаҡ тигән була...

Йылға сарлағы
Йылға сарлағы

Йылға сарлағы (русса — речная крачка, латинса — sterna hirundo, инглизсә — common tern) — сарлаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Ғөмүмән, сарлаҡтар ғаиләһендә барлығы 88 төр ҡош билдәле. Башҡортостанда иһә уларҙың 13 төрө осрай. Уртаса ғүмер оҙонлоғо 9-12 йыл тәшкил итә.

Йылға сарлағының ареалы Евразия ҡитғаһының күп өлөшөн тәшкил итә. Барлығы 3 ярымтөрө билдәле, донъяла барлығы 4,6 млн. ҡош иҫәпләнә тип билдәләй орнитологтар. Рәсәйҙең төньяҡ тарафтарынан тыш күп ерҙәрҙә ул ғәҙәти күсмә ҡош һанала. Ҡыш көндәрен Африкала һәм Көньяҡ Азияла үткәрә. Илебеҙҙең төньяҡ тарафтарында, дингеҙ ярҙары буйлап, йылға сарлағына бик оҡшаш поляр сарлағы көн итә.

Йылға сарлағының кәүҙә оҙонлоғо — 31-39 см, ҡанаттарының киңлеге — 72-98 см, ауырлығы — 97-150 г. Кәүҙәһе оҙонса, ҡанаттары оҙон, киң. Ата ҡоштар эрерәк була, әммә инә ҡоштан ҡиәфәте менән айырылмай тиерлек. Йылға сарлағы — ҡысҡыраҡ ҡош, репертуары төрлө тауыштарға бай. Киң билдәлеләре араһында ҡыҫҡаса “кик” йә “кит”. Шулай уҡ яңғыратып “кирри-кирри” йә “киирр” тип ҡысҡыра.

Был ҡоштар башлыса бер нисә меңгә еткән колониялар, йыш ҡына башҡа сарлаҡ төрҙәре менән бер урында оя ҡоралар. Йылға, күл, быуа буйҙарында, һаҙлыҡтарҙа, балыҡ хужалыҡтары эргәһендә төпләнәләр. Башҡортостанда был ҡоштоң эре колониялары башлыса Башҡортостандың Урал аръяғындағы күлдәр өсөн хас. Тау- урманлы төбәктәрҙә һирәк булһа ла осрай. Уртаса һыҙаттарҙы йылы яҡтарҙан апрель аҙағында — май башында ҡайталар. Миграция ваҡытында уртаса осош тиҙлеге сәғәтенә 45 саҡырымға тиң. Уларҙың ҡарығыу осорондағы йолалары ҡыҙыҡлы. Ҡоро ерҙә, ҡом йә ваҡ ташта соҡор яһап, оя ҡора, йомортҡаларын шунда уҡ ергә һала.

Һаҙлы урындарҙа төпләнергә мәжбүр булғандары ояларын төрлө үлән менән ныҡлап йылыта. Ояның киңлеге 24 см тиклем була. Май аҙағында 1-4 бөртөк ҡара таплы йәшкелт, һоро йомортҡалар һала. Инә һәм ата ҡош уларҙы, алмашлап, 20-26 көн дауамында баҫа.

Ҡошсоҡтар яҡшы үҫешеп донъяға килә, тәүге 5 тәүлек эсендә ояла ҡалалар, һуңынан, уны ҡалдырып, йөрөй башлайҙар. Ҡошсоҡтарға 23-27 көн тулғанда осорға өйрәнәләр. 3 йәшкә тоҡом үрсетеү мәленә етәләр. Был ҡоштар йылына бер тапҡыр бала сығаралар.

Йылға сарлағы ваҡ балыҡтар, тәлмәрйендәр, кеҫәрткеләр, ҡыҫала һымаҡтар, кимереүселәр менән туҡлана. Һунар ваҡытында һауала бер урында оҙаҡ эленеп торған кеүек. Һуңынан ул ҡапыл табышына ташлана. Балыҡҡа һунар иткәндә һыу аҫтына ярты метрҙан да төпкәрәк сума ала. Аҙыҡ эҙләп, оянан 10 саҡырымға тиклем алыҫлыҡҡа осоуы мөмкин. Шулай уҡ осоп барғанда бөжәктәр ауларға ла һәләтле.

Азамат БАЙРАМҒӘЛИН.

Автор:
Читайте нас: