-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
28 Декабрь 2024, 11:38

Алтаҡта: хаталар өҫтөндә эш!

“Башҡортостан Республикаһы халыҡ­та­ры тел­дәре тураһын­да” Законға ярашлы, алтаҡталарҙағы (вывескаларҙағы) мәғлүмәт урам, ауыл-ҡалалар атамалары, фирма бланкылары, мисәттәр, штамп­тарҙың да яҙыуы Башҡортостан Республикаһының ике дәүләт телендә лә, йәғни мотлаҡ башҡорт һәм урыҫ телдәрендә барырға тейеш.

Әммә уларҙың башҡортса яҙылышында хаталар йыш осрай? Алтаҡта хужаларының терминология комиссиялары менән килешеп эшләмәүе, моғайын, быға төп сәбәптер. 
Берәүҙәре, үҙебеҙ тәржемә итә лә ҡуябыҙ тип, үҙешмәкәрлек күрһәтә, йә һай белемле “белгестән” эшләтә. Был осраҡта башҡортса “әпәй-тоҙлоҡ” белеү генә етмәй шул.
Икенселәре Гугл йә Яндекстың автомат тәржемәсеһен эшкә ҡуша. Автомат дөрөҫ мәғәнә һайлай белмәй, шунлыҡтан “Имеш-мимеш академияһы” кеүек тәржемәләр килеп сыға. Өфөлә  “Академия слуха” һүҙе шулай тип тәржемә ителгән, ә ул “Ишетеү академияһы” булырға тейеш.
Күп йылдар элек Өфөнөң “Улица Рабкоров” ти­гән урамы атамаһын “Һыйырҙар ҡоло” тип яҙып элгәйнеләр. “Рабочий-корреспондент” тигән төшөнсәне һәм “рабкор” тигән ҡыҫҡартманы белгән кеше шундай хата ебәрмәҫ ине, “Эшсе-­хәбәрселәр урамы” тип әйләндереп бирер ине.
“Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” Законға ярашлы предприятиеларҙың, ойошмаларҙың атамалары, уларҙың Уставында нисек раҫланған булһа, шулай алына. Атамаларға үҙгәреш индереүгә, үҙешмәкәрлек күрһәтеүгә юл ҡуйылмай.
Мәҫәлән, 
Уфимский государственный институт искусств имени Загира Исмагилова 
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Алтаҡталар, юл күрһәткестәре, туҡталыштар һәм йәмәғәт урындарындағы башҡа яҙмаларға килгәндә уларҙың башҡортса тәржемәһенә түбәндәге талаптар ҡуйыла:
 Атаманың рус телендәге һәм башҡорт телендәге өлөштәре йөкмәткеһе, урынлаштырылыуы, техник биҙәлеше (төҫтәр, шрифт төрө һәм үлсәме) менән бер иш булырға, уҡығанда танылып торорға тейеш. 
 Алтаҡтаның рус һәм башҡорт телдәрендәге ерлеге, хәрефтәрҙең ҙурлығы һәм төҫө бер төрлө булырға тейеш.
 Алтаҡталарҙа һәм фирма бланктарында һүҙҙең бер өлөшөн, бер ижекле һүҙҙе, аббревиатураны бүлеп юлдан юлға сығарыу тыйыла. 
 Ауыш шрифт кеүек ғәҙәти булмаған шрифтар ҡулланырға ярамай.
 Мәғәнә буйынса берҙәм һүҙбәйләнеште бер юлға яҙырға кәрәк, мәҫәлән:
Башҡортостан Республикаһы
Өфө ҡалаһы һ.б.
 Текстар – башҡорт һәм рус әҙәби телдәре нормаларына, биҙәлештәре эстетик ҡағиҙәләргә һәм талаптарға яуап бирергә тейеш.
Сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү, йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары атамаларында милли колоритты күҙәтеү, ҡолаҡҡа ятышлы һәм аңлайышлы атамаларҙы файҙаланырға тәҡдим ителә, мәҫәлән:
«Туҡ батыр» ашханаһы – Ашхана «Сытый батыр»
Алтаҡталарҙа рус һәм башҡорт телдәрендәге үҙатамаларҙа һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр боҙолмаҫҡа тейеш. 
Башҡорт телендә эйәлек формалы һүҙ (йылға, тау, урам, магазин, кафе атамаһы һ.б.) топонимдан, йә объекттың атамаһынан һуң яҙыла: река Урал – Урал йылғаһы, гора Ирендык – Ирәндек тауы, улица Пушкина – Пушкин урамы.
 Башҡорт телендә һүҙбәйләнештәрҙәге һәм һөйләмдәрҙәге һүҙҙәр тәртибе рус телендәгенән айырыла. Алтаҡталар биҙәлешендә был айырманы күҙҙән ысҡындырырға ярамай. Йәнә башҡорт телендәге яҙма – һулда, рус телендәгеһе уңда торорға тейеш. 
Бына бер нисә миҫал.
ДӨРӨҪ: «Тәмле» сәйханаһы – чайхана «Тамле», «Ял» кафеһы – кафе «Отдых»
ДӨРӨҪ ТҮГЕЛ: чайхана «Тамле» – «Тәмле» сәйханаһы, кафе «Отдых» – «Ял» кафеһы
Әммә түбәндәге осраҡта иҫкәрмә рәүешендә уны үҙгәртеү рөхсәт ителә: 
ДӨРӨҪ: магазин «Спорт» магазины 
ДӨРӨҪ ТҮГЕЛ: магазины «Спорт» магазин
Ике телдәге атама бер юлда булырға тейеш, аҫлы-өҫлө яҙыу тыйыла:
ДӨРӨҪ: «Ял» кафеһы – кафе «Отдых»
ДӨРӨҪ ТҮГЕЛ: «Ял» кафеһы – 
                     кафе «Отдых»
 Терминдарҙы һәм һүҙбәйләнештәрҙе тәржемә иткәндә һүҙҙәрҙең этимологияһына иғтибар итергә кәрәк, сөнки төрлө контекста уларҙың төрлө мәғәнәгә эйә булыуы мөмкин. Мәҫәлән, остановка «Зеленая роща» – «Йәшел сауҡалыҡ» туҡталышы тигәндә сауҡалыҡ һүҙе дөрөҫ, әммә уны ҡулҡы тип алыу (ундай вариант та осрай) дөрөҫ түгел, сөнки ҡулҡы (ҡыуаҡлыҡ) – иҫкергән һүҙ. 
 Ҡайһы бер топонимдарҙы ике вариантта ҡулланыу рөхсәт ителә: Ағиҙел йылғаһы – река Белая (Агидель), Өфө (Ҡариҙел) йылғаһы – река Уфа, Дим (Күгиҙел) йылғаһы – река Дема.
 Рус теленән йә сит телдәрҙән ингән терминды, һүҙбәйләнеште, неологизмды тәржемә иткәндә башҡортсаһында уның төп мәғәнәһе тапшырылырға тейеш. Мәҫәлән: профессиональное образование — махсус һөнәри белем биреү (давать профессиональное образование кому-то), профессиональная болезнь — һөнәргә бәйле ауырыу (болезнь, связанная с определенной профессией).
 Сауҙа, хеҙмәт күрһәтеү, йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары алтаҡталарында, юл күрһәткестәрендә һәм мәғлүмәт ҡалҡандарында (щиттарында) тейеш­ле мәғлүмәттәр дөрөҫ итеп, ҡыҫҡартыуҙарһыҙ яҙып ҡуйылырға тейеш. 
Һүҙҙең башҡортса теүәл тәржемәһе булмаған осраҡта аңлатмалы тәржемә ҡулланыла, йәғни төп нөсхәләге һүҙҙең мәғәнәһе һүҙбәйләнештәр һәм фразалар ярҙамында аңлатып бирелә. Мәҫәлән: Магазин развивающих игр для детей «Талант» — «Талант» балалар һәләтен үҫтереү уйындары магазины. Сопутствующие товары для домохозяйства — йорт хужалығы өсөн (йәки хужалығында) кәрәк-яраҡ тауарҙар.
 Географик объекттарҙың атамаларын рус һәм башҡорт телдәрендә ҡыҫҡа һәм тарихи яҡтан дөрөҫ итеп биреү зарур. 
Ҡайһы берҙә урында бер үк объекттың бер нисә атамаһы була. Бер нисә исемле ауылдар ҙа бар, ләкин алтаҡталарға йә күрһәткестәргә уларҙың рәсмиләштерелгән атамалары яҙылыр­ға тейеш. Карталарҙа ла раҫланған атамалар ғына күрһәтелә. Төрлөсә яҙып йөрөтөлһә, ниндәйҙер пунктҡа барырға йыйынған кеше бөтөнләй икенсе яҡҡа юлланыр, йә бараһы урынын таба алмай йонсор ине. 
Алтаҡталарҙа аҙна көндәренең атамалары, ғәҙәттә, ҡыҫҡартып яҙыла. Уларҙың дөйөм ҡабул ителгән яҙылыштары ошолай:
Русса Башҡортса
Понедельник – Пн. Дүшәмбе – Дш.
Вторник – Вт. Шишәмбе – Шш.
Среда – Ср. Шаршамбы – Шр.
Четверг – Чт. Кесе йома – Кс.
Пятница – Пт. Йома – Йм.
Суббота – Сб. Шәмбе – Шм.
Воскресенье – Вс. Йәкшәмбе – Йш.
 
График работы – Эш графигы
Время работы – Эш ваҡыты.
«Перовский» 
сауҙа-сервис үҙәге
Эш графигы
Дш. Йш.: 09:00 – 21:00
Адресы:
450103, Башҡортостан Республикаһы,
Өфө ҡ., Софья Перовская ур., 17/1 Торгово-сервисный центр «Перовский»
График работы
Пн. Вс.: 09:00 – 21:00
Адрес:
450103, Республика Башкортостан,
г. Уфа, ул. Софьи Перовской, 17/1
 
 Ҡала транспортында туҡталыштар тураһында белдереү ҙә рус һәм башҡорт телдәрендә иғлан ителә. 
Визуаль мәғлүмәт текстарының урынлашыу тәртибе түбәндәгесә була:
– һулдан йәки өҫтә – башҡорт телендәге текст;
– уңдан йәки аҫтан – рус телендәге текст.
– хәрефтәрҙең ҙурлығы бер төрлө булырға тейеш.
Балалар, ә һеҙ йәшәгән ерҙә алтаҡталарҙа башҡортса яҙылғанмы, уларҙа хата бармы? Шуларға иғтибар итегеҙ һәм закон боҙолған, хаталы яҙылған осраҡтар булһа, беҙгә хәбәр итегеҙ. Хаталар өҫтөндә бергәләп эшләйек!
 
Әлфиә АҠБУТИНА.
Автор:
Читайте нас: