Хәҙерге заманда илебеҙҙә махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре ҡурсаулыҡтарға, милли һәм тәбиғәт парктарына, заказниктарға һәм тәбиғәт ҡомартҡыларына бүленә. Башҡортостанда өс ҡурсаулыҡ бар: Башҡорт, Шүлгәнташ һәм Көньяҡ Урал ҡурсаулыҡтары. Был һанда республикала тәүгеләрҙән булып барлыҡҡа килгән Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы менән танышайыҡ.
Тәүҙә "ҡурсаулыҡ" төшөнсәһенә бер аҙ аныҡлыҡ индерергә кәрәктер. Ҡурсаулыҡ — тәбиғәтте һаҡлау, өйрәнеү, экологик туризмдан башҡа эшмәкәрлек тулыһынса тыйылған тәбиғәт биләмәһе. Бындай урындарҙа урман ҡырҡыу, ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу, һунар итеү, балыҡ тотоу һәм башҡа төрлө эшмәкәрлек ҡанун буйынса ҡәтғи тыйыла. Икенсе төрлө әйткәндә, ҡурсаулыҡта тәбиғәт үҙ ҡанундары менән генә йәшәргә, кешеләрҙең уға тәҫьир итеүе бөтөнләй булмаҫҡа тейеш.
Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы 1929 йылда Көньяҡ Уралдың бай үҫемлек һәм хайуандар донъяһын һаҡлау, климатҡа яраҡлашҡан хайуан төрҙәрен һәм антропоген факторҙың тәбиғәткә йоғонтоһон өйрәнеү маҡсатында ойошторола. Тик Бөйөк Ватан һуғышынан һуң юғары власть ҡурсаулыҡтар илдең иҡтисадын тергеҙеүгә кәртә булып тора тигән фекергә килә һәм быға тиклем булдырылған бар ҡурсаулыҡтар ҙа тар-мар ителә. Башҡорт ҡурсаулығы ла 1951 йылда ябыла, уның биләмәһендә урман хужалығы ойошторола. 1958 йылда ғына уны яңынан тергеҙеүгә ирешелә. Шул уҡ йылда ҡурсаулыҡтың Ағиҙел буйы филиалы асыла. 1986 йылдан был филиал "Шүлгәнташ" ҡурсаулығына әйләнә.
Башҡорт ҡурсаулығының майҙаны 49,6 мең га. Ул Бөрйән, Әбйәлил, Белорет районындары сиктәрендә урынлашҡан. Биләмәһенең яҡынса 80 проценты урман менән ҡапланған, рельефы уртаса таулы. Төньяҡ сиге — Ҡағы йылғаһы, көнсығыш сиге — Уралтау һыртының көнбайыш битләүе, көньяҡ сиге — Үҙән йылғаһы, ә көнбайышы Ҡыраҡа һыртының көньяҡ өлөшөндәге көнсығыш битләүҙәре буйлап үтә.
Башҡорт дәүләт ҡурсаулығында 76 ғаиләгә ҡараған 807 төргә яҡын көпшәле үҫемлек булыуы билдәле. Ҡатмарлы сәскәлеләрҙең 77 төрө, ҡыяҡлыларҙың – 58, рауза сәскәлеләренең – 45, ҡәнәферҙәрҙең – 39, ҡуҙаҡлыларҙың – 33, күрәнлеләрҙең – 26, сиражлыларҙың – 24 төрө, сатыр сәскәлеләрҙең 21 төрө бар.
Башҡорт ҡурсаулығының йәнлектәр донъяһы ла бай. Ҡурсаулыҡта һөтимәрҙәрҙең 52 төрө, 17 балыҡ төрө һәм өс ер-һыу хайуандары менән алты һөйрәлеүсе, 192 төр ҡош көн итә. Бөжәктәр араһында күбәләктәр, ҡуңыҙҙар, яры ҡанатлылар, ике ҡанатлылар һәм башҡалар бар. Мышы, болан, беҙҙең климатҡа яраҡлашҡан марал (эре себер боланы), урман һыуһары, ҡондоҙ, ҡама, тейен, ҡуян көн итә бында. Йыртҡыстарҙан бүре, һоро айыу, һеләүһен, төлкө осрай.
Башҡорт ҡурсаулығының тәбиғәте, тарихи урындары менән танышырға теләүселәр «Башhырт», «Йыланташ» һәм «Арадый» экологик һуҡмаҡтарын, Тәбиғәт музейын, маралдар майҙансығын үҙ эсенә алған «Башһырт шарьяжы» экскурсия комплексын барып күрә ала.