Үҫмерҙәр наркоманияһының дүрт стадияһы бар
Беренсе стадия – наркотикты тәүге тапҡыр ҡулланыу. Тәжрибәлерәк тиҫтерҙәре йәки олораҡ балалар араһында үҫмер, “компания өсөн генә” тип, наркотик препарат ҡулланып ҡарай. Был этапта эйфория аҙ ғына була.
Икенсе стадияла эйфория барлыҡҡа килә. Үҫмер интоксикация хәлендә эйфория тоя һәм наркотик ҡулланыуҙы тиҙ һәм еңел генә ләззәт алыу ысулы итеп ҡарай башлай. Был стадияла наркотиктарға бәйлелек булмаһа ла, уны ҡулланыу күңелле тойғоларға килтергән кеүек була.
Өсөнсө стадияла яйлап психик бәйлелек үҫә. Наркотик ҡабул иткән үҫмер ярһыусан булып китә, буштан-бушҡа борсолоу тойғоһо кисерә.
Дүртенсе стадия – физик бәйлелек. Сираттағы “доза” булмаһа, тән мускулдары ныҡ итеп ауырта – ломка барлыҡҡа килә.
Үҫмерҙәр наркоманияһы билдәләре
Беренсе билдә – тәртиптең үҙгәреүе. Бала тиҙ арала уҡыуға ҡыҙыҡһыныуын юғалта, уңыштары кәмей, синыфташтарынан алыҫлаша, түңәрәктәргә һәм секцияларға йөрөүҙән туҡтай. Ул ваҡытын нисек үткәреүе тураһында һөйләүҙән ҡаса йәки алдап һөйләй. Ул өйҙә бик аҙ була, ваҡытын билдәһеҙ яңы дуҫтары менән үткәрә. Яҡындары менән мөнәсәбәттәре насарая. Наркоманиянан яфаланған үҫмер ғаиләнең башҡа ағзаларынан алыҫлаша, агрессия күрһәтә, ярһыу булып китә. Өйҙән сығып ҡасырға тырышып тора.
Үҫмерҙәр наркоманияһы бик насар эҙемтәләргә килтерә. Әле үҫешеп өлгөрмәгән организмға, репродуктив системаға кире йоғонто яһай. Героин алған һәр өсөнсө ҡыҙҙа күрем туҡтай йәки күрем циклы боҙола. Ҡыҙҙарҙа ла, малайҙарҙа ла патологик үҙгәрештәр барлыҡҡа килә. Киләсәктә бала табып, ата-әсә булыу бәхете кисереү мөмкинлеге юғала.
Аҡһым алмашыныуы боҙолоу арҡаһында мускулдарҙың нормаль үҫеше насарлана. Интоксикация һөҙөмтәһендә бауыр зарарлана һәм неврологик тайпылыштар барлыҡҡа килә. Психика, ихтыяр көсө һәм эмоциональ өлкә зыян күрә.
Наркотиктар һатып алыу өсөн үҫмерҙәр аҡса урлай, кеше талай, фәхишәлек менән шөғөлләнә йәки тиҫтерҙәре араһында психоактив матдәләр таратыусы ваҡ дилерҙар булып китә. Енси юл йәки инъекция ысулы менән сифилис, ВИЧ һәм В гепатиты йоҡтороу хәүефе арта.
Наркоман баланы дауалауы бик ауыр. Синтетик наркотиктар бик ҡаты һәм кешене тиҙ генә үлемгә еткерә. Шуға ла наркотиктарҙан йыраҡ торорға, хеҙмәт һөйөүсән булып, яҙмышың өсөн яуаплылыҡ тойоп үҫергә, белемгә ынтылырға кәрәк.
Тоҙаҡҡа эләгеп ҡуйма! Наркотик таратҡан өсөн – төрмә!
“Юғары эш хаҡы тәҡдим итәбеҙ. Легаль продукцияны пакеттар менән, район буйынса таратығыҙ һәм ҡыҙыҡлы квест ҡатнашыусыһы булығыҙ”. Телефонға ошондайыраҡ смс-хәбәрҙәр килһә – һаҡ булығыҙ!
Ҙур аҡса түләнә торған бындай “вакансия” төрлө урындарға наркотиктар йәшерергә, йәғни “закладка” һалырға тәҡдим итә. Тәү ҡарашҡа, ысынлап та, шпион уйынын хәтерләтә. “Хеҙмәткәргә” пакетты йәшерергә һәм координаттарҙы фотоға төшөрөп, диспетчерға ебәрергә ҡушыла. Клиент аҡса күсерә, һатыусынан аҡса килеү тураһында хәбәр алғас ҡына, уға пакет йәшерелгән урын тураһында әйтелә.
Ғәҙәттә, “аҡ үлем” сәскә клумбаларына, подъездарға, йәмәғәт бәҙрәфтәренә, балалар майҙансыҡтарына йәшерелә.
Әммә наркотик йәшереп, “аҡса эшләп” йөрөгән курьер бик тиҙ тотола. Яҙыҡ ғәмәлдең айышына төшөнөп, баш тартырға теләгән үҫмерҙе “эш биреүсе” баҫым аҫтына ала. Өҫтәүенә ғаилә ағзаларың зыян күрәсәк, тип тә ҡурҡыта.
Ата-әсәләр йыш ҡына балаларының ошондай хәлгә тарыуын белһәләр ҙә, язаға тарттырылыуҙан ҡурҡып, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итмәй. Ә наркотиктарға бәйле енәйәт өсөн закон бик ҡаты. Балаға нисә йәш булыуға ҡарамаҫтан, ул мотлаҡ яуапҡа тарттырыла. Шуға күрә ата-әсәләргә лә, балаларға ла бик иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Юғиһә, үҫмерҙең киләсәге селпәрәмә килеүе ихтимал.