Борон-борон борондан,
Кеше-маҙар килмәгән,
Килеп аяҡ баҫмаған.
Ул тирәлә ҡоро ер
Барлығын һис кем белмәгән.
Дүрт яғын диңгеҙ уратҡан
Булған, ти, бер урын,
– башҡорт халҡының милли эпосы «Урал батыр» ҙан башланып китте III «Китап байрамы» йәрминкәһендә донъя халыҡтары әкиәттәрен Башҡортостан халыҡтары телдәрендә һөйләүселәрҙең «Һаумы, һаумы, әкиәт!» төбәк-ара конкурсының бүләкләү тантанаһы.
Быйылғы конкурста әкиәтте яңғыҙ һөйләүселәр, сәхнәләштереү, Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар йыллығына арналған шиғыр һөйләүселәр номинацияларында алты йөҙҙән ашыу бала үҙ көсөн һынаған.
Әкиәтте әле балалар баҡсаһында ғына йөрөгән кескәй әкиәтселәр башҡорт, урыҫ, татар, мордва, сыуаш, мари, удмурт, белорус, инглиз һәм башҡа телдәрҙә шундай оҫта һөйләй. Кескәйҙәр үҙҙәренең зирәклеге, йор һүҙле, тапҡыр булыуы менән барыһын да әсир итте.
Өфө ҡалаһының 63-сө балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Мирас Алсынов «Эшләп табылған аҡса» башҡорт халыҡ әкиәтен шундай оҫталыҡ менән һөйләп ишеттерҙе һәм Гран-приға эйә булды. Әкиәтте яңғыҙ һөйләүселәр араһында Өфө ҡалаһының Мөхәммәт Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейы уҡыусыһы Гөлбикә Ғүмәрова «Иң тәмле нәмә» тигән башҡорт халыҡ әкиәте, Сибай ҡалаһының 8-се мәктәбенән Милена Ҡыҙрасова урыҫ халыҡ әкиәтен һөйләп, «Тирмәкәй»ҙе тасуирлап Миәкә районы Сәлих Суфиянов билдәләнде татар телендә «Кем нимә ярата?» әкиәтен шундай оҫталыҡ менән башҡарҙы.
«Әкиәтте сәхнәләштереү» номинацияһында ла күптәр матур, сағыу сығыштары менән ҡыуандырҙы. Өфө ҡалаһының 75-се «Аҡбуҙат» башҡорт балалар баҡсаһыныҡылар «Ҡошҡа әйләнгән әбей» әкиәтен әҙерләгәйне. Барса халыҡ балаларҙың артистарса иҫ киткес матур уйнауын һоҡланып ҡарап ултырҙы. Улар һәм Кушнаренко районының 5-се «Йылмайыу» балалар баҡсаһының 4-се төркөмө, Учалы районы Учалы ауылы башҡорт гимназияһының ижади коллективы, Краснокама районының Яңы Ҡайынлыҡ интернат-мәктәбенең «Сәхнә» театраль коллективы, Салауат районынан Алтынбаевтар һәм Өфө ҡалаһынан Ғүмәровтар ғаиләләре иң-иңдәре булды. Рухлы, матур ғаилә сығыштары көслө алҡыштарға күмелде.
Ҡайһы райондан ғына йыйылмаған бында әкиәтселәр. Дәүләкән ҡалаһының 3-сө интернат-гимназияһы «Әкиәтте сәхнәләштереүҙә» номинацияһында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән. Етәкселәре — Венера Рәжәп ҡыҙы Әхмәҙуллина һәм Әлфирә Нурислам ҡыҙы Байбулатова.
– Бындай ярыштар балаларҙың таланттарын асырға ярҙам итә. Беҙҙә «Таң» театраль студиябыҙ бар, актёрҙар үҫтереп алабыҙ. Былтыр башҡорт халыҡ әкиәте «Ҡурай»ҙы сәхнәләштерҙек, быйыл «Гөлбикә» әкиәтен ҡуйҙыҡ. Өфөгә килеп ҡайтыу балаларға шул тиклем оҡшаны. Бер ыңғай байрамда ла ҡатнаштыҡ, күп дуҫтар ҙа таптылар, – тине Венера Рәжәп ҡыҙы.
Ейәнсәрҙәрем Камила һәм Нәркәс менән «Ҡарт айыу менән төлкө» әкиәтен сәхнәләштергәйнек. Уйнап ҡына. Беренсе урын беҙҙеке буласаҡ, юғиһә мәшәҡәтләнеп тә тормайым, — тигәйне бәләкәсе Нәркәс. Әкиәттең сюжетын әҙерәк үҙгәртеп, «яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ менән яуап бирә торған йола»ға тап килтереп, рифмалы шиғыр юлдары менән сценарий ҙа яҙҙыҡ. Мәшәҡәтләнеүебеҙ бушҡа булманы төбәк-ара конкурста беренсе урын яуланыҡ!
Ойоштороусыларға, Уҡытыусыбыҙ Ләйсән Ильясоваға оло рәхмәт.. Бер саранан ҡалдырмай, «мәшәҡәт»ен табып тора, – тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты Шәйәхмәтовтар ғаиләһенән ҡартатайҙары Рөстәм ағай.
Әкиәт аша халыҡтың аҡылын, һүҙен быуындан быуынға һаҡлап килеүсе, бала аңына еткереүсе, бар күңелдәрен, йөрәктәрен һалып, йәш әкиәтселәребеҙҙе әҙерләгән ата-әсәйҙәргә, остаздарына рәхмәт белдерге килә.
Тылсым ҡошо Һомайҙай, батыр рухлы Уралдай, йәш әкиәтселәребеҙ үҫеүе үҙе бер ғорурлыҡ.
Римма БАЙМЫРҘИНА.