-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
6 Август , 13:25

Уйындан уймаҡ килеп сыҡмаһын!

Ҡайһы бер үҫмерҙәр үлемесле “уйындар” уйнарға ярата. Балаларының ни ҡылып йөрөүе йыш ҡына ата-әсәләрҙең уйына ла инмәйҙер. Әммә үҫмерҙәр, ҡайһы саҡ онотолоп китеп, ҡурҡыныс уйындарға әүрәй. Дуҫтар, был яҙманы уҡып, хәүеф-хәтәрҙән алдан уҡ һаҡланыу сараһын күрегеҙ.

Уйындан уймаҡ килеп сыҡмаһын!
Уйындан уймаҡ килеп сыҡмаһын!

Үҫмер саҡта ҡурҡыныс, хәүеф-хәтәр менән уйнау башҡалар алдында үҙеңдең ниндәй батыр, ҡыйыу икәнлегеңде иҫбатларға тырышыу һымаҡ килеп сыға. Хатта яҡшы уҡыған, тәрбиәле, һәр яҡлап өлгө булырлыҡ үҫмер ҙә хәүеф–хәтәргә ылығып китә. Мәрәкә күреп кенә уйнаған ҡурҡыныс уйындарҙың аҙағы бик аяныслы булыуы ихтимал!
Йоҡо артерияларын ҡыҫып йәки муйынды быуып “уйнау” айырыуса ҡурҡыныс! Мейелә кислородҡа ҡытлыҡ барлыҡҡа килә. Үҫмер ярһыусан булып китә, хәтере боҙола, йоҡоһоҙлоҡтан интегә. Ауыр эҙемтәләгә – һуҡырайыуға, фалиж һуғыуға, хатта үлемгә алып килә.
Юл ситендә тороп, машина яҡынлашҡанда ғына уның алдынан юл аша йүгереп сығыу ҙа ғүмерҙән яҙҙыра йә ғүмерлек зәғифләндереп ҡуя! “Үлем менән уйнаған” баланың да яҙмышы селпәрәмә килә, машина йөрөтөүсенең дә ғүмере төрмәлә уҙа.
Ә был “уйын”ды өсәү “уйнай”. Урталағыһы юғарыға һикергәндә уның тубыҡтан аҫҡа, аяғына һуғалар. Бала аяғына төшә алмай, йығыла, йәки ергә бик ҡаты ултыра төшә. Ҡаҡ ергә, ҡаты иҙәнгә бәрелеп, умыртҡа һәм баш һөйәге имгәнә. Кеше ғүмерлеккә зәғиф булып ҡала, йә эске ағзалары урынынан ҡуба.
Үҙ-үҙеңде йәки көсһөҙөрәк баланы “яндырып уйнау” ҡот осҡос эҙемтәләргә килтерә. Балалар утты тиҙ генә һүндереп була тип уйлай. Утлы “уйын”дың ахыры бик ауыр була: ут ялмап алған бала үлемесле йәрәхәттәр ала, ә донъяны янғын сорнай.
Киҫкен хәлдәр тыуҙырған “уйындар уйнау” ҡот осҡос фажиғәләргә илтә. Был турала уйлауы ла ҡурҡыныс. Үҙ башығыҙға мажара эҙләгәнсе, бик тә булмаһа, көсөгөҙҙө позитив һәм файҙалы эштәргә йүнәлтегеҙ.
Походҡа сығырға йә булмаһа ҡырағай мөхиттә йәшәргә өйрәткән түңәрәктәргә йөрөргә була. Заманса квестар бик күп. Иң мөһиме –улар һинең өсөн хәүефһеҙ булһын.
Үҙ-үҙеңде һынап ҡарау, ҡурҡыуҙы еңергә өйрәнеү буйынса экологик, ирекмәнлек эшмәкәрлегенең, спорт менән шөғөлләнеүҙең дә төрлө варианттары бихисап.
Ҡурҡыныс шөғөл менән уның булышыр алдынан ниндәй эҙемтәләргә килтерәсәген уйла. Атай-әсәйеңде, ауырыу олатай-өләсәйҙәреңде, яҡындарыңды иҫеңә төшөр. Һинең менән үлемесле бер-бер хәл була ҡалһа, иң беренсе улар ҡаты ҡайғыға ҡаласаҡ, ауырыуға һабышасаҡ. Һине уйлап, ғүмерҙәренең һуңғы көнөнәсә ҡаты ҡайғы эсендә йәшәйәсәк. Иҫән ҡалған хәлдә лә зәғифләнеп, аяҡ-ҡулыңданяҙып, ғүмереңде түшәктә үткәрһәң, һуҡырайһаң, үҙеңә лә йәшәүҙең матурлығы, ҡыҙығы ҡалмаясаҡ.

Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: