+5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
1 Сентябрь , 11:38

ПСИХОЛОГ КӘҢӘШЕ

Яңы уҡыу йылын нисек тыныс ҡына үткәреп ебәрергә? Яңы уҡыу йылы башланған ваҡытта 1-се синыф уҡыусыһынан алып, олоһона тиклем - стресс кисерә. Сөнки яңы мөхиткә яңынан өйрәнергә, күнегелгән режимды юлға һалырға, беренсегә барғандарға өр-яңы донъяға инеп китергә кәрәк. Был күңел торошо ике-өс аҙнаға тиклем һуҙылырға мөмкин, ти психолог.

Яңы уҡыу йылын нисек тыныс ҡына үткәреп ебәрергә?

Еңел уҡыу йылы һәм уңыштар теләп, психолог Гөлдәр Һабанғолованың ата-әсәгә, уҡыусыларға биргән кәңәштәрен тәҡдим итәбеҙ.

Яңы уҡыу йылы башланған ваҡытта 1-се синыф уҡыусыһынан алып, олоһона тиклем - стресс кисерә. Сөнки яңы мөхиткә яңынан өйрәнергә, күнегелгән режимды юлға һалырға, беренсегә барғандарға өр-яңы донъяға инеп китергә кәрәк. Был күңел торошо ике-өс аҙнаға тиклем һуҙылырға мөмкин, ти психолог.


Ата-әсәгә кәңәштәр
Мәктәпкә әҙерләнгәндә иң тәүҙә ата-әсә үҙен тыныс тоторға тейеш. Сөнки уларҙың кисерештәре балаларға туранан-тура тәьҫир итә.

Ата-әсәгә балаһына иғтибарлы булырға, тәртибендәге үҙгәрештәрҙе ваҡытында күрергә өйрәнергә кәрәк.

Уҡыу йылы башынан уҡ баланы күп секция, түңәрәктәр, өҫтәмә дәрестәр менән күммәҫкә кәрәк. Мәктәпкә, тиҫтерҙәренә өйрәнеп китеүен көтөргә кәңәш ителә.


Уҡыусыларға кәңәштәр

Көндәлек режимды тоторға өйрән. Был психологик һәм эмоциональ торошҡа ныҡ ыңғай йоғонто яһай. Башҡараһы эштәреңде алдан билдәләп ҡуй, шәхси йомоштарыңа айырым ваҡыт ҡалдыр.
Бөтә ауыр эштәрҙе, шулай уҡ дәрестә бирелгән өй эштәренең ҡыйынынан башларға өйрән, былай иткәндә күпкә өлгөрөргә була.
Синыфтан тыш үткәрелгән сараларҙа, класс эштәрендә әүҙем ҡатнашырға тырыш, был һине коллективта үҙеңде тоторға өйрәтер.
Күпте белергә ынтыл, ҡыҙыҡһыныусан бул. Әлеге ваҡытта һиңә иң мөһиме - һәр яҡлап камиллашыу.


Еңел уҡыу йылы һәм уңыштар һеҙгә,ҡәҙерле уҡыусылар!

 

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: