-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
14 Ғинуар , 09:45

Энергетиктарға кәртә ҡуйылды

Сағыу һауытлы энергетик эсемлектәрҙе үҫмерҙәр, йәштәр һуңғы осорҙа бик күп эсә башлағайны. Үҙенә күрә модаға инеп киткән был эсемлектәр тәнгә еңеллек бирә, кә­йефте күтәрә, йоҡоно ҡыуа, көс өҫтәгәндәй була, тиҙәр. Өҫтәүенә, алкоголһеҙ, тимәк, балаларға ла ярай, имеш.

Энергетиктарға  кәртә  ҡуйылды
Энергетиктарға кәртә ҡуйылды

Тик алкоголһеҙ булыу ғына энергетиктарҙы зарарһыҙҙар рәтенә индерә алмай. Энергетиктар йәш организмға, хатта өлкәндәргә лә бик ҙур зыян килтерергә һәләтле.
Энергетиктағы синтетик кофеин кешегә ҡеүәт өҫтәгәндәй була. Сөнки, кофеин нервы системаһын ҡапыл ярһытып ебәрә лә, бер нисә сәғәт үткәс, уның тәьҫире бөтә. Артабан, кешене көсһөҙлөк, йоҡо баҫа, ул тирләй, күҙ алды ҡараңғылана, хатта һушын юғалтыуы ихтимал.
Энергетиктарҙан ашҡаҙан-эсәк система­һының эше боҙола, уға ҡушылған буяуҙар һәм ароматизаторҙар аллергияға, ҡурылдай астмаһына сәбәп була. Углеводтарҙы эшкәртеү боҙолоп, шәкәр ауырыуы, һимереү башланыуы мөмкин.
Энергетик яратыусыларҙың психикаһы ла боҙола, уларҙы депрессия, солғап ала, ярһыуға әйләнәләр.
Шулай итеп, энергетиктар организмға көс өҫтәүсе түгел, киреһенсә, унан хәлдән тайҙырыусы, сир-сырхауға тарытыусы булып сыға.
Рәсәйҙә йәш быуындың сәләмәтлеген ҡайғыртыу маҡсатында балаларҙы энергетиктарҙан айырыу өсөн саралар күрелә.
Рәсәйҙә бәлиғ булмағандарға алкоголһеҙ, әммә тонус өҫтәүсе, шул иҫәптән энергетик эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйған закон 2025 йылдың 1 мартынан эшләй.
Башҡортостан депутаттары энергетиктарҙы 2025 йылдың 1 сентябренән белем биреү, медицина учреждениеларында, мәҙәниәт, физькультура һәм спорт ойошмаларында һатыуҙы тыйған закон сығарҙы. Законды боҙған кешеләргә һәм ойошмаларға ҙур штрафтар ҡарала.
2025 йылдың 3 декабрендә был ҡануниәтте аныҡлаштырған өҫтәмәләр ҡабул ителде. Уларға ярашлы, закондың үтәлешен Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы тәьмин итергә тейеш була.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв тыйыуҙың махсус стимуляторҙар өҫтәлгән эсемлектәргә генә ҡағылғанын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ундайға кофеин һәм гуарана, женьшень, лимонник кеүек үҫемлектәрҙең экстракттары инә, шулай уҡ матдәләрҙең техрегламентта күрһәтелгән миҡдары күҙҙә тотола.
“Тәбиғи эсемлектәр – ҡымыҙ менән кеүәҫ – алкоголһеҙ энергетиктарға ҡарамай, – ти Константин Толкачев. – Закон тәбиғи әсеүҙе сәбәп итеп кенә уларҙы “тонусландырыусылар” иҫәбенә индермәй: уларҙа кофеин йә энергетик үҫемлектәрҙең экстракты юҡ. Йәғни сикләүҙәр һаулыҡҡа зарарлы “химик” энергетиктарға ғына ҡағыла”.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас