

Әбйәлил районы Михайловка ауылы мәктәбенең 8-се синыфы уҡыусыһы Динә Ҡорбанова "Рәсәй патриоты" миҙалына лайыҡ булды. Был миҙал йәмәғәт эштәрендә, яуҙа һәм хеҙмәттә фиҙаҡәрлек өсөн бирелә.
Динә — уҡыуҙа тик яҡшы билдәләргә өлгәшкән, киләсәктә яҙмышын медицина менән бәйләргә хыялланған ябай ауыл ҡыҙы. Әммә тыуған иленә, кешеләргә файҙалы булыу теләге уны ирекмәндәр төркөмөнә алып килә һәм ул маскировкалау селтәрҙәре үреү оҫтаһына әйләнә. Ҡыҙыҡайҙың тырышлығы шулай миҙал менән баһаланды.
Әбйәлил районы Ниязғол ауылынан туғыҙынсы синыф уҡыусыһы Рамаҙан Һибәтуллин ир-егеттәргә хас изге ғәмәле менән барыһын да һоҡландырҙы!
Рамаҙандың атаһы Илшат Һибәтуллин МХО-ла батырҙарса һәләк була. Атаһының изге рухы хөрмәтенә һәм яугирҙарға ярҙам итеү маҡсатында Рамаҙан үҙенең “Патрон” мотоциклын, МХО биләмәһенә оҙата.
—Мотоциклда йөрөү миңә бик тә оҡшай. Өҫтәүенә ул миңә атайымдың иҫтәлеге булараҡ та бик ҡәҙерле ине. Атайымдың миңә һуңғы бүләге лә ул.
Был мотоциклымдың файҙаһы тейеп, кемдеңдер атаһы ғаиләһенә имен-һау ҡайтһа, уның улы өсөн иң бәхетле көн буласаҡ.
Атайым минең өсөн ғорурлыҡ! Еңеүҙең беҙҙең яҡта булырына шигем юҡ! – ти Рамаҙан.
Был мотоциклда атаһы кеүек үк хәрби заданиелар үтәүсе ҡыйыу яугир менән ҡасан булһа ла осрашырына, уның ҡулын ҡыҫырына ла ышана изге күңелле егет.
Рамаҙан Һибәтуллин киләсәктә үҙе лә хәрби булырға хыяллана. 
Баймаҡ районының Күсей ауылында ҙур йөрәкле бер бәләкәс ҡыҙ йәшәй. Күсей мәктәбенең 4-се синыф уҡыусыһы Аделина Әбдрәхимова ул.
Аделина махсус хәрби операция зонаһында яу яландарында алышҡан һалдаттарға ярҙамы менән билдәлелек алды. Дөрөҫ, ҡыҙыҡай изгелекте дан өсөн ҡылмай, ә йөрәге ҡушҡанға эшләй.
Күсей халҡы МХО яугирҙәренә ярҙамға күптән ҡушылды. Гуманитар ярҙам ылауҙарын даими оҙатып торалар. Аделина ярҙам йыйған һайын 5-әр мең һум аҡса бирә, йә футболка, ойоҡ, ҡуйыртылған һөт, консервалар, шырпы кеүек кәрәк-яраҡты үҙе һатып алып, ярҙам йыйыусыларға алып барып тапшыра. Маскировка селтәре үреүселәргә лә ярҙамлаша ул.
Бәләкәй ҡыҙ ҡайҙан аҡса аламы? Баҡһаң, уның атаһы менән әсәһе ваҡытлыса алыҫта эшләп йөрөй икән. Улар ҡыҙҙарына ебәргән аҡсаны Аделина иһә файҙаһыҙ тотонмай, кәрәкмәгән шаҡы-шоҡоға түкмәй, ул яугирҙәргә ярҙам итә.
Аделина олатаһы Радик Үтәғолов һәм өләсәһе Тәнзилә инәй менән йәшәй. Тырышып уҡый. Ауылдың мәҙәниәт йортонда эшләп килгән «Тәңкәләр» бейеү төркөмөнә йөрөй.
Бына шундай илһөйәр ҡыҙыҡай йәшәй данлы Күсей ауылында.
Әлиә НУХОВА.