+20 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Мәғлүмәт
20 Марта , 09:50

10-сы синыф уҡыусыһы МХО-ға мотоциклын ебәргән

2023 йылдың февралендә өләсәһе Зөлфиә Сәйфетдин ҡыҙы Мәхмүтова менән ейәне Эмиль Кузнецов яугирҙәргә тәүге гуманитар ярҙам туплап ебәрә. Ул саҡта улар сәй, ҡайнатма, дарыуҙар әҙерләй.

10-сы синыф уҡыусыһы МХО-ға мотоциклын ебәргән10-сы синыф уҡыусыһы МХО-ға мотоциклын ебәргән
10-сы синыф уҡыусыһы МХО-ға мотоциклын ебәргән

Эмиль Йылайыр районы Юлдыбай мәктәбенең 10-сы синыфында уҡый. Спорт ярата, волейбол менән шөғөлләнә. Волейбол буйынса мәктәп һәм ауылдың йыйылма командаһы составында уйнай.
— Өләсәйем менән ҡараған бер видеола хәрбиҙәр яралыларҙы яу яланынан мотоциклда алып сыға. Шуға ла мин үҙемдең мотоциклымды фронттағы егеттәргә ебәрергә тәҡдим иттем. Ул саҡта миңә яңы мопед һатып алғандар ине. “Миңә ике мототранспорт нимәгә? Ул бит яугирҙәргә нығыраҡ кәрәк,” тип уйланым, — ти Эмиль. Егет ирекмәндәр ярҙамында мотоциклын Йылайырға алып барып, “ГАЗель”гә үҙе тейәп ебәргән.

Автор:
Читайте нас