+17 °С
Облачно
Мәғлүмәт
4 Мая , 07:53

Баҫтырып барып ҡорбанына ташлана, тиҙәр

Рәсәйҙә Hyalomma төрөнә ҡараған мутант талпандар күренә башлаған. Ул ҡәҙимге талпандан ҙурыраҡ булыуы менән генә айырылмай.

Баҫтырып барып ҡорбанына ташлана, тиҙәрБаҫтырып барып ҡорбанына ташлана, тиҙәр
Баҫтырып барып ҡорбанына ташлана, тиҙәр

Рәсәйҙә Hyalomma төрөнә ҡараған мутант талпандар күренә башлаған. Ул ҡәҙимге талпандан ҙурыраҡ булыуы менән генә айырылмай.

Беҙҙәгеләр сәғәттәр буйы үлән араһында ҡорбанын аңдып ултыра, ә хиаломмалар тере йән эйәһенән килгән йылыны, тир еҫен, һулыш алғанда сыҡҡан углекислый газды һиҙеп ҡалыу менән уны баҫтырырға тотона. Ҡәҙимгеләрҙән күпкә етеҙ, уның һиҙеү даирәһенә эләкһәң, ҡасып ҡотолормон тимә – ҡыуып етә. Хиаломма талпанының Галлер ағзаһы бар. Был рецептор уға танауҙы алмаштыра.

Кәүҙәһе беҙҙәге талпандыҡынан оҙонораҡ һәм оҙонсараҡ. Тәпәйҙәре көслө, оҙон. Уны тәпәйҙәрендәге һыҙаттар айырып тора: ҡара ерлектә һарғылт ҡулсалары бар. Шуға уны “зебра талпан” тип тә йөрөтәләр. Кәүҙәһенең төҫө ҡараһыу-көрән йә ҡара. Шуға тәпәйендәге һары һыҙыҡтары  бигерәк тә сағыу булып айырылып тора.

Хиаломмаларҙы репелленттар менән дә өркөтөп булмай. Ә тешләһәләр, ҡәҙимге энцефалит менән боррелиоздан тыш, конго-ҡырым геморрагик лихорадкаһын да йоҡтороуҙары бар. Был вируслы ауырыу ныҡ үлемесле булыуы менән ҡурҡыныс. Уны эләктергән ауырыуҙарҙың 40 процентҡа тиклеме һәләк була. Хиаломма талпаны йәнә ку-лихорадка, туляремия, анаплазмоз һәм эрлихиоз тигән хәүефле сирҙәрҙе тарата.

Хиаломманың йәшәгән ерҙәре – Евразия менән Африканың дала, ярымдала һәм сүлле төбәктәре. Климат үҙгәргән заманда күсмә ҡоштарға йәбешеп, арыраҡ таралыуы хиаломма талпандарының йәшәү ареалын киңәйтә.

Хиаломма талпанын Рәсәйҙең көньяғындағы Краснодар, Ставрополь крайҙары, Ростов өлкәһе, Ҡалмыҡстан, Әстерхан өлкәһе һәм Кавказ республикаларында осрата башлағандар. Воронеж, Һарытау өлкәләре, Ҡырым хәүеф аҫтында, тиҙәр. Биологтар ҡыштарҙың йылыныуы, быйылғы ҡыштың ҡарлы булыуы арҡаһында хиаломма талпандарының Рәсәйҙең урта һыҙатына ла килеп етеү ихтималлығын фаразлай.

Тәбиғәткә сыҡҡанда талпандарҙан һаҡланыу сараларын күрергә онотмағыҙ. Ҡайтҡас, тәнеңде ентекле тикшереп сығыу хәйерле. Талпан ҡаҙалһа, тиҙерәк травмпунктҡа барып алдырырға йә, үҙегеҙ сығарып алып, анализҡа илтергә кәрәк.

 

Фото: Adam Cuerden. Йәмәғәт милке. Commons.wikimedia.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас