+6 °С
Ясна
Мәғлүмәт
9 Июнь , 04:30

Кескәй ҡулдарҙың ҙур эштәре

Учалы районындағы Миңле­ғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы эшмәкәрлегендә Миндәк ауылының 6-сы мәктәбе уҡыусылары бик әүҙем ҡатнаша. Улар үҙҙәренең мәктәп оҫтаханаларын тотош бер ирекмәнлек цехына әйлән­дереп алған.

Кескәй ҡулдарҙың ҙур эштәреКескәй ҡулдарҙың ҙур эштәре
Кескәй ҡулдарҙың ҙур эштәре

Урта һәм өлкән синыф уҡыусылары госпиталдәрҙә дауаланып ятҡан яугирҙар өсөн мендәр тегергә оҫтарған.
Уҡыусылар бөтә эште үҙ аллы башҡара: өлгөләр яһаған, өлөштәрҙе ҡуша тегеп сыҡҡан, үтекләгән, мендәрҙәргә синтепон тултырған, һәр йөйҙөң сифатына ныҡлы иғтибар биргән. Шулай итеп, үҫмерҙәр 60-тан ашыу мендәр тегеп тә ҡуйған.
Балалар яҙған хаттар һәм йылы бүләктәрҙе ҡулдарына алғас, яугирҙар бик һөйөнә.
Был хаҡта Миңлеғәли Шайморатов исемендәге республика штабы ирекмәндәре үҙҙәренең социаль селтәрендә хәбәр итә: “Балаларыбыҙ менән ғорурланабыҙ!” — тип яҙа улар.

М. ЮЛАЕВА әҙерләне.

Автор:
Читайте нас