Донъяның иң йүгерек футболсыһы – Португалия йыйылма командаһы форварды Криштиану Роналду. Футбол буйынса донъя чемпионатында Испанияға ҡаршы уйнаған матчта командаһының контрһөжүмдәренең береһендә ул тиҙлеген сәғәтенә 38,6 километрға еткерҙе.
Сноубординг етеҙ спорт төрөнә ҡарай. Әлеге көндә был өлкәлә Австралиянан Даррен Пауэллуға тиңләшеүсе юҡ. Уның максималь тиҙлеге – сәғәтенә 202 км.
Рэп башҡарыу еңел тойолһа ла, уның менән һәр кем шөғөлләнә алмай. Бының өсөн бик яҡшы ишетеү һәләте, дөрөҫ эмоциялар талап ителә. Донъялағы иң етеҙ рэпер – Төркиәлә тыуып үҫкән Билгин Озчалкан. Ceza исеме менән сығыш яһаған был егет, донъялағы бөтөн рэперҙарҙы ла уҙып китеп, 2 минут һәм 38 секунд эсендә 1267 һүҙ әйтеп өлгөргән.
Аляска флагының эскизы авторы – Джон “Бенни” Бенсон. Ул Чигник тигән ҙур булмаған ауылда, ярлы ғаиләлә тыуған. Конкурста еңгәне өсөн уға 1 мең доллар аҡса бирелә. Был сумманы ул инженер училищеһына уҡырға инеү өсөн тотона.
Гигант кальмарҙарҙы Һинд, Тымыҡ һәм Атлантик океандарҙың субтропик һәм уртаса өлөшөндә осратырға мөмкин. Архитеутис – бик ҙур океан кальмарҙары төркөмөнә ҡарай. Оҙонлоғо 18 метрға етә. Уның һәрмәүестәренең генә лә 5 метрға тиклем үҫеүе мөмкин. Күҙҙәренең диаметры – 30 см тирәһе.
Бамбук – япондар өсөн бәхет һәм сафлыҡ символы. Бер тәүлектә был ғәжәп ағас 3 метрға тиклем үҫә ала.
Эверест түбәһенә күтәрелһәң, Тропосфераның өҫкө сигенә барып сығасаҡһың.
Археологтар баулы аяҡ кейеме тапҡан. Улар әйтеүенсә, был табылдыҡ беҙҙең эраға тиклем 3600-3500 йылдарҙа эшләнгән. Борон аяҡ кейемен баулауҙы йәки бышымлауҙы төрлө халыҡ ҡулланған: Америка индеецтары - мокасиндарын, славяндар – сабатаһын, римляндар һәм гректар сандалыйҙарын бау менән бәйләгән.
2011 йылда иң ҡиммәтле шнур бауҙары сығарыла. Хаҡы – 19 мең доллар.
Ҡамсаттың тиреһендә кеҫәләр бар. Улар унда үҙҙәренең яратҡан таштарын һаҡлай. Ошолар ярҙамында, моллюск ҡабырсаҡтарын ватып, ашарға табалар.
Эттәр 250 һүҙ һәм ишараны аңлай.
Иң оҙон төштәрҙе (35-40 мин) иртәнсәк күрәһең.
Бөтә тере йән эйәләре араһынан ҡырмыҫҡаның мейеһе иң ҙуры икән. Әлбиттә, бында уның кәүҙәһе менән мейеһенең нисбәте тураһында һүҙ бара.