Ҡытайҙың Мацзу утрауы янындағы мөғжизәле тамашаға күптәр һоҡлана. Һәр йәй ҡабатлана был күренеш. Тик һуңғы йылдарҙа уның күләме арта бара. "Зәңгәр йәштәр" тип билдәле булған күренеш күҙгә күренмәгән диңгеҙ микроорганизмдар - динофлагелляттарҙан сыға. Улар биояҡтыртыу ярҙамында ағыулы диңгеҙ йәшелсәһен эшкәртеп, аммиак һәм башҡа мәтдәләр менән тирә яҡтағы һыуҙы ағыулай, ти океанограф Чанмин Ху. Уның етәкселегендәге ғалимдар оҙаҡ йылдар динофлагелляттарҙы күҙәтеп ғилми эш алып бара. Зәңгәр уттар яр ситенән диңгеҙҙең тәрән ерҙәренә лә күсеп бара. Һыуҙа кислород кәмей һәм башҡаларға тын алыуы ауырлаша.