+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
31 Июль 2019, 14:44

Үҫмер 10 йыл сәсен ҡырҡтырмаған

Парикмахер малайҙың сәсен бәрәңге таҙартҡан кеүек алған.

Великобританиянан 14 йәшлек Оуэйн Томас 10 йыл элек оҙон сәс үҫтермәксе булған. Төп сәбәбе - ул сәс ҡырҡтырырға ҡурҡҡан булған. Ата-әсәһе лә, туғандары ла парикмахерға Томасты алып бара алмаған. Йылдар үтеү менән үҫмерҙең сәстәре кейеҙләнеп, сеймәлеп бөткән. Өҫтәүенә уҡытыусылары ла малайҙың эрпеш килеш йөрөүен хупламаған.

Сәс алыусы Джеймс Уильямстың бындай сәсте күргәс хушы киткән! Мин сәс алмаған, ә бәрәңге таҙартҡан кеүек булдым тине ул. Беренсенән ул ағас кеүек ҡатҡан сәстәрҙе ҡырып алған. Шунан ғына малайға кешесә ҡиәфәт килтергән.


Хәҙер үҫмер парикмахер Барберҙы тыңлап ҡына йөрөй.


Читайте нас: