+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
19 Август 2019, 11:49

Ыласындар самолеттарҙы ҡотҡара

Бразилия аэропорттарында 5 ыласын менән 6 ҡарсыға “хеҙмәт итә”, улар самолеттарҙы ҡоштар бәрелеүенән һаҡлай.

Үткән аҙнала, йәғни 15 август иртәһендә «Урал һауа юлдары» компанияһы аэробусы ашығыс рәүештә Мәскәү өлкәһендәге кукуруз баҫыуына ултыра. Борттағы пассажирҙарҙың береһе лә зыян күрмәгән. Был хәл Рәсәй халҡын ғына түгел, бөтә донъяны таң ҡалдырҙы.

Баҡтиһәң, был ғәҙәттән тыш хәлгә аҡсарлаҡтар тубы ғәйепле булып сыҡҡан. Ҡоштар самолетҡа бәрелеп, двигателдәрҙе эшлектән сығарған.

Ә Бразилия аэропорттары бындай күңелһеҙ хәлдәр булмаһын өсөн, махсус өйрәтелгән йыртҡыс ҡоштар тота икән. 5 ыласын менән 6 ҡарсыға Бразилия аэропорттарында “хеҙмәт итә”, улар самолеттарҙы ҡоштар бәрелеүенән һаҡлай. Бразилияла күпселек авиаһәләкәттә самолетҡа гриф-урубу тигән эре ҡоштоң килеп бәрелеүе сәбәпсе булып тора икән.

Был аҡыллы ҡоштар Рәсәйҙә лә ҡулға эйәләштерелә. Мәҫәлән, Мәскәү Кремле комендатураһын дүрт ыласын һаҡлай. Улар Кремль соборҙарының алтын көмбәҙҙәренә килеп ҡунған ҡарғаларҙы, күгәрсендәрҙе өркөтә.



Читайте нас: