+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
17 Ғинуар 2020, 18:49

Бөгөн бөтә донья уйлап табыусы балалар көнө

Ә һеҙ беләһегеҙме, Һыу саңғылары, еләк-емешле туңдырма, Брайль шрифтын нимә берләштерә? Быларҙы балалар уйлап тапҡан!

Йылда доньяла биш йөҙ меңдән ашыу балалар һәм үҫмәрҙәр төрлө уйындар, роботтар, техника уйлап табып тора. Былар кешелек доньяһын һәр саҡ ҡыуандырып ҡына тора. Бөгөн уларҙын эшен билдәләйбеҙ. Ә ниңә 17 ғинуар? Был көн күренекле америка шәхесе, дәүләт эшмәкәре, дипломат, ғалим, уйлап табыусы, журналист Бенджамен Франклиндың тыуған көнө. Беренсе уйлап тапҡан әйбере 12 йәшлек Бен Франклиндың ишкес тәпей (ластылар) булған. Әлбиттә ул уйлап тапҡан ластылар ағастан һәм ҡулға кейелә торған ине, ләкин Бен уны патентлаған. Артабан ул фән эшен әүҙем дауам иткән. Электричествоның «+» һәм «−» билдәһен ҡулланыуға индергән, йәшен-йәшнәүҙән һаҡланыу ысулын күрһәткән һәм ғөмүмән йәшен – ул тәбиғи икәнен иҫбатлаған кеше ул. Көкөрттө электр менән яндырып күрһәткән, бәүелгес креслоға патент алған һ.б.
Беренсе кинескоп, батут, ҡар аэросанаһы, һуҡырҙар өсөн шрифт һәм принтер, бинттарҙы ауырттырмайынса ысҡындырыу майы, хатта кеше үте онкология сире менән ауырыу башлағанын иртә саҡта үк белә торған приборҙы ла балалар уйлап сығарған икән.
Читайте нас: