+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
25 Март 2020, 14:18

Космоста ғәҙәти булмаған шартлау

Япон һәм Австралия астрономдары космоста һирәк осрай торған шартлауҙы күҙәткән. Нимә икән ул?

Был яңы ҙур йонзоҙ барлыҡҡа килгәнде аңлата икән. Әлеге ваҡытта ҙур йондоҙҙар нисек формалашҡанын астрономдар белеп етә алмай, сөнки улар беҙҙән ныҡ алҫта урынлашҡан. Өҫтәүенә уларҙың икенсе ҙур йондоҙҙар янында булыуы ла фән тикшеренеүҙәрен ҡатмарлаштыра.
Быға тиклем ғалимдар бындай күренеште өс тапҡыр ғына күҙәтә алғандар. Ул 2016 йыл ғына булған.
Астрономдар тағы ла шундай ҙур йондоҙ “тыуғаның” көтә.
Мөғжизәле донъя рубрикаһындағы башҡа мәҡәләләр https://amanat.rbsmi.ru/articles/m-zhiz-le-donya/
Читайте нас: