«Йәнгел ауылы янында табылған соҡорҙоң яҫылығы — ике ат һаймалы, тиҙәр. Ул соҡор ике яҡҡа тарала, быны ауыл халҡы мәмерйәнең эсенә таш һелтәп кенә тикшергән. Әлеге ваҡытта беҙҙең маҡсат — ошо хәлгә ғалим-спелеологтарҙың һәм журналистарҙың иғтибарын йәлеп итеү. Сөнки, әгәр ошо соҡорҙар һәм мәмерйәләр системаһы бер туннель менән тоташҡаны раҫланһа, был Әбйәлил районында оҙонлоғо 100 километрҙан ашҡан донъяла иң ҙур мәмерйәләр системаһы бар, тигән һүҙ»,— тип белдерҙе Бөтә донъя башҡорртары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, Әбйәлил районының үҫеше буйынса совет рәйесе Хәлил Рәхмәтуллин.