-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
18 Ғинуар 2021, 12:57

Сахара сүллегендә ҡар яуған

Ыстағафирулла, тине Африкала йәшәүселәр. Сахара сүллегендә ҡар яуған. Ҡом буйлап түгел, ҡар йырып йөрөйҙәр инде хәҙер. Ә быймалары юҡ!

Саха́ра (ғәр. صحراء‎, франц. Sahara) — Ер йөҙөндәге иң ҙур сүл. Ул Африка ҡитғаһының төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Оҙонлоғо көнбайыштан көнсығыш яғына 4800 саҡрым булһа, төньяҡтан көньяҡҡа 800-ҙән алып 1200 саҡрымға етә. Майҙаны 8,6 млн км² (Африканың, 30 % майҙаны, Бразилияның дөйөм майҙанынан ҙурыраҡ).
Көнбайыштан Атлантик океан менән йыуылһа, төньяҡ сиге булып Атлас тауҙары һәм Урта диңгеҙ ярҙары тора. Көнсығыштан ярҙарын Ҡыҙыл диңгеҙ йыуа.
Көньяҡта аҙ хәрәкәтле боронғо дюналар 16° с.ш.-та, шулай уҡ көньяҡта Сахель Судан саванналары төбәгенә күсә.
Сахара өлөшләтә ундан артыҡ илдең биләмәләрен эсенә ала: Алжир, Мысыр, Көнбайыш Сахара, Ливия, Мавритания, Мали, Марокко, Нигер, Судан, Тунис һәм Чад.
Сахараның киң арауығында кешеләр йәшәмәй. Тик оазистар булған ерҙәрҙә, Нил һәм Нигер йылғалары буйҙарында ултыраҡ тормош менән генә сикләнә.
Сахара категорияларға бүлеүгә яраҡһыҙ, ул бер типтағы сүл. Шулай ҙа күберәген ҡомло-ташлы ерҙәр биләй. Сүл составында бик күп төбәктәр бар: Тенере, Оло Көнбайыш Эрг, Оло Көнсығыш Эрг, Танезруфт, Хамада-эль-Хамра, Эрг-Игиди, Эрг-Шеш, Ғәрәп, Алжир, Ливия, Нубия, Талак сүлдәре.
Сахара даими рәүештә ҙурая — йыл һайын сүллек көньяҡҡа табан 6—10 саҡрымға киңәйә бара.
(Башҡорт википедияһынан)
Читайте нас: