+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
6 Май 2021, 10:41

Әткәнәй тауы крокодилы, тип атаныҡ беҙ

Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы янында Әткәнәй тауына менгән саҡта бер туған ағалы-ҡустыла Рәфил менән Руслан ике кеҫәрткене тотоп алдылар. Береһе йәшел, икенсеһе һоро булды.

Йәшеле крокодилға оҡшаған. Шуға ла беҙ уға Нильский крокодилға оҡшатып Дим йылғаһы әргәлә булғас Димский крокодил тип исем ҡуштыҡ. Икенсеһенә Әткәнәй кеҫәрткеһе. Хайуандар тиҙ генә йылы тәнгә өйрәнделәр. Йәшеле ҡулға, һороһо футболкаға йәбешеп тә алдылар.
Рәзил Бикбулатов фотоһы
Читайте нас: