+27 °С
Облачно
Мөғжизәле донъя
18 Сентября 2021, 09:15

“Мамонт” сафта

Свердловск өлкәһе реставраторҙары биш башнялы легендар Т-35 танкын төҙөкләндергән. Был танк 1931-1932 йылдарҙа эшләнелә.

“Мамонт” сафта“Мамонт” сафта
“Мамонт” сафта

Свердловск өлкәһе реставраторҙары биш башнялы легендар Т-35 танкын төҙөкләндергән. Был танк 1931-1932 йылдарҙа эшләнелә. Т-35 донъяла берҙән бер күп башнялы хәрби техника була. Бик ҙур булғанға берәүҙәр уны “ҡоро ер линкорны”, кемдәрҙер “Сталиндың парад мамонты” тип атап йөрөтә уны. Ауырлығы 40 тонна. Оҙонлоғо 10, киңлеге – 3, бейеклеге 3,5 метр була. Хәрби машина менән 9-11 кешенән торған экипаж идара итә. Т-35-тә өс пушка һәм алты пулемет урынлаштырылған.

Был танк “йырып сығыу машинаһы” булараҡ эшләнелә. Төп бурыстарҙың береһе булып сәнскеле тимер сымдарҙы емереп үтеү торған. Бөйөк Ватан һуғышында танкка ҡаршы артиллерия үҫешә башлағас Т-35 эффектын юғалта.

СССР-ҙа бөтәһе 59 Т-35 танкы етештерелгән була. Бөгөнгө көнгәсә бер генә экземпляр һаҡланып ҡалған. Ул Свердловск өлкәһенең Үрге Пышма ҡалаһындағы хәрби техника музейында һаҡлана.

1938 йылдың 17 октябрендә булдырылған “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалға Т-35-тең силуэты төшөрөлгән дә инде.

 

Илшат ЗАРИПОВ.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас