+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
24 Ноябрь 2021, 10:19

Мөғжизәле донъя

Ағиҙел - Башҡортостанда иң оҙон йылға. Уның оҙонлоғо...

Мөғжизәле донъя
Мөғжизәле донъя

Сәй пакеттары осраҡлы рәүештә килеп сыҡҡан.1908 йылда Америкала йәшәүсе сауҙагәр Томас Салливан үҙенең клиенттарына тәмләп ҡараһындар өсөн сәйҙе кескәй муҡсайҙарға һалып тарата. Ҡайһы бер һатып алыусылар, белмәйенсә, сәйҙе муҡсайы менән ҡуша ҡайнар һыуға һалып бешергән. Шамаһыҙ сәйҙең уңайлы икәнлеген күреп, шул ваҡыттан алып пакетлы сәй етештерә башлағандар.

1848 йылда американлы Джон Куртис ҡарағай ыҫмалаһынан һағыҙ эшләп ҡарай. Әммә һағыҙҙы бик борон уйлап тапҡандар: ғалимдар Төньяҡ Европала беҙҙең эраға тиклем 7-се - 2-се быуаттарға ҡараған ҡаҙылмалар араһынан кеше тештәренең эҙҙәре һаҡланған ыҫмала киҫәктәрен тапҡандар. Ҡыҙыҡ, беҙҙә ҡайнатылған ҡара һағыҙға нисә йәш икән?

В 1848 году американец Джон Куртис у себя дома произвёл первую жевательную резинку. из сосновой смолы А Самая первая жевательная резинка датируется 7-2 в. до н.э. Она была найдена во время раскопок в Северной Европе и представляла собой куски доисторической смолы с отпечатками человеческих зубов.

 

Йылмайып торған һары түңәрәкте – смайлды Америка рәссамы Харви Болл үткән буаттың 60-сы йылдарында тәүге тапҡыр төшөргән. Смайлды эмблемаларҙы, открыткаларҙы, бейсболкаларҙы биҙәүҙә әүҙем ҡулланғандар. Рәссам шулай уҡ Бөтә донъя йылмайыу көнөнә лә нигеҙ һалған. Ул октябрҙең беренсе йомаһына тура килә. Был көндә күберәк изге эштәр ҡылырға, кешеләргә ярҙам итергә һәм йылмайырға кәңәш ителә.

Первый смайл в 60- е годы в виде забавного желтого колобка нарисовал художник из Америки Харви Болл. Смайлы стали использовать для эмблем, открыток, бейсболок, футболок. -Художник учредил и Всемирный день улыбки (первая пятница октября). В этот день заведено придерживаться лозунга, призывающего творить добро, и помогать другим людям улыбаться

 

Төнгө күктәге иң яҡты йондоҙ – ул Сириус. Ул ҡояшҡа ҡарағанда 20 тапҡырға баҙығыраҡ һәм Ер шарына башҡа йондоҙҙарға ҡарағанда яҡыныраҡ урынлашҡан.

Вы знаете что самая яркая звезда на небе это Сириус. Сириус в 20 раз ярче солнца и является одной из ближайших к нам звезд

Ағиҙел - Башҡортостанда иң оҙон йылға. Уның оҙонлоғо яҡынса 1430 км-ға тиң. Ул Учалы районы Яңы Хөсәйен ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай алты км алыҫлыҡта ятҡан Әүәләк һырты менән Оло Ирәмәл тауы араһынан ағып сыға.

Река Белая считается самой протяженной в Башкортостане, ее длина составляет примерно 1430 км. Водный источник берет свое начало у хребта Аваляк.

Мәскәүҙә урындағы халыҡ берәҙәк йорт хайуандары ҡышҡы селләлә урамда туңып йөрөмәһен өсөн “бесәй йорто”н төҙөгән.

B Мocкве мecтные жители пocтроили «кошкин дом», чтобы спacти бездомныx живoтных от зимних холодoв

Мөғжизәле донъя
Мөғжизәле донъя
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: