Мөғжизәле донъя
Антарктика тирәһендәге һыуҙарҙа суртанға оҡшаш боҙ балыҡтары йәшәй. Уларҙың ҡаны, эритроциттар һәм гемоглобин булмағанлыҡтан, төҫһөҙ. Боҙ балыҡтары кислород арҡаһында ғына ныҡ түбән температураға яраҡлашып йәшәй.
- Ғалимдар иҫәпләүе буйынса, ер йөҙөндә 100 млрд ҡош йәшәй. Башҡортостанда ҡоштарҙың 300 төрөн осратырға мөмкин.
- Сыйырсыҡ бесәй булып мыяулай, тауыҡ булып ҡытҡылдай, баҡа булып баҡылдай, бала һымаҡ илай, һыҙғыра ла ала икән.
- Сөскөргән ваҡытта организмдың бөтөн функциялары ла туҡтай, шул иҫәптән йөрәк тибеше лә.
- Япония мәктәптәрендә тәбиғәт менән һоҡланыу дәресе бар.
- Мысырҙа күк күкрәүе 200 йылға бер тапҡыр күҙәтелә.
- Ҡамалар – бик аҡыллы һәм татыу йәнлектәр. Улар бер-береһен юғалтмаҫ өсөн, хатта йоҡлағанда ла тәпәйҙәре мекнән тотоноп ята.
- Пингвин үҙенең һөйгәненә тәҡдим яһағанда таш бүләк итә икән.
- Кенияла бик үҙенсәлекле йола бар: туйҙан һуң йәш кейәү бер ай буйы ҡатын-ҡыҙ кейемендә йөрөргә тейеш.
- “Дубай башняһы” “ҡала эсендә ҡала” булараҡ проектлана. Уның газондары, бульварҙары, парктары бар. Проект авторы – Америка архитекторы Эдриан Смит. Башта ул Бурдж-Дубай тип атала, аҙаҡ уны Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре хаҡимына бағышлап, Бурдж-Хәлиф тип үҙгәртәләр. Бурдж-Хәлиф сталагмитты хәтерләткән донъялағы иң бейек 163 ҡатлы йорт. Уның бейеклеге – 828 метр.
- Антарктика тирәһендәге һыуҙарҙа суртанға оҡшаш боҙ балыҡтары йәшәй. Уларҙың ҡаны, эритроциттар һәм гемоглобин булмағанлыҡтан, төҫһөҙ. Боҙ балыҡтары кислород арҡаһында ғына ныҡ түбән температураға яраҡлашып йәшәй.