

Германияла паркта үҫеп ултырған ағастарҙы һан менән тамғалайҙар. Быны немецтар бөтөнөһө нисә ағас булыуын белер һәм ағастар исемлеген алып барыр өсөн эшләй. Исемлектә һәр ағастың йәше, торошо, ниндәй төргә ҡарауы билдәләнә. Ағастарҙы тәрбиәләп торалар, паркта йөрөгән ваҡытта кеше өҫтөнә ағас һынып төшөп, һаулығына зыян килтермәһен өсөн был аҙымға барған немецтар.