Юрий Гагарин йөрөткән “Восток-1” карабы Байконур космодромынан 1961 йылдың 12 апрелендә, Мәскәү ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 09:07 осорола. Старт етәксеһе ракета инженеры Анатолий Кириллов була. Ул ракетаны йыһанға осорғанда бойороҡтар бирә, уларҙың үтәлешен тикшерә. “Восток-1” һауаға күтәрелә башлағас, Гагарин “Поехали!” тип әйтә. Был һүҙ тарихҡа инеп ҡала.