

Өфө аэропортына 30 августа донъялағы иң ҙур транспорт вертолеты - Ми-26 вертолеты килде. Борт Башҡортостанға өҫтәмә яғыулыҡ ҡойор өсөн ултырҙы. Ошо хаҡта аэропортының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
- Был машина 20 тоннаға тиклем йөк күтәрә ала. Ми-26 вертолеттары халыҡ-ара авиалинияларҙа оса ала һәм тәүлегенә теләһә ҡайһы һауа шарттарында осоштар яһарға мөмкинлек биргән авионика менән йыһазландырылған, - тип һөйләнеләр аэропортта.
Ми-26 вертолеты транспорт вертолеты ла, десант, санитар һәм янғынға ҡаршы файҙаланыла ала, тип өҫтәнеләр.
фото: Мостай Кәрим исеменәге "Өфө" аэропорты матбуғат хеҙмәте