+8 °С
Облачно
Мөғжизәле донъя
25 Марта 2023, 06:15

Был гигант конструкцияларҙы йоҡлағанда боҙмаҫ өсөн махсус мендәр эшләнгән

Туңмай менән ҡатырылып эшләнгәс, йылы ғына оя тип, унда сысҡандар, төрлө бөжәктәр үҙенә оя яһаған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Был гигант конструкцияларҙы йоҡлағанда боҙмаҫ өсөн махсус мендәр эшләнгәнБыл гигант конструкцияларҙы йоҡлағанда боҙмаҫ өсөн махсус мендәр эшләнгән
Был гигант конструкцияларҙы йоҡлағанда боҙмаҫ өсөн махсус мендәр эшләнгән

Англияла ун һигеҙенсе быуатта ҡатындар сәстәрен 1,20 метр бейеклеккә өйөп йөрөүҙе модаға индергән. Он һибеп, ҡатырылған ҡоштар, йәшелсә-емеш муляждары, корабль моделдәре менән биҙәлгән был "матурлыҡ"ты бер нисә ай буйы боҙмай йөрөткәндәр. Туңмай менән ҡатырылып эшләнгәс, йылы ғына оя тип, унда сысҡандар, төрлө бөжәктәр үҙенә оя яһаған. Был гигант конструкцияларҙы йоҡлағанда боҙмаҫ өсөн махсус мендәр эшләнгән. Баштарындағы йылмырҙап йөрөгән бөжәктәр ҡандарын күп эсермәһен өсөн аксессур итеп, баш тырнағыс оҙон таяҡса йөрөткәндәр.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас