+22 °С
Ямғыр
Мөғжизәле донъя
25 Июль 2023, 10:20

“Чоколатль”, йәғни “әсе һыу”

Дуҫтар, беренсе тапҡыр шоколадты ҡайҙа тапҡандар икән? Миләүшә Ҡаһарманованың яҙмаһын уҡығас та белерһегеҙ.

“Чоколатль”, йәғни “әсе һыу”“Чоколатль”, йәғни “әсе һыу”
“Чоколатль”, йәғни “әсе һыу”

Беренсе шоколад б.э. тиклем 1000 йылдар әүәле Латин Америкаһында табылған тиҙәр. Был хәҙерге Мексика, Гватемала, Гондурас ерҙәре. Ольмеки тигән боронғо ҡәбилә халҡы какао ағасы емештәрен ҡайнатып бер шыйыҡса яһап эскән. Был эсемлек кәйеф яһаған, ҡан баҫымын күтәргәндер инде.

Ысын, таҙа шоколад ул әсе һәм ныҡ ҡаты сәй кеүек көслө, башҡа бәрә торған нәмә. Тәүге исеме лә уның “какава”, “чоколатль”, йәғни “әсе һыу”. Һәм был эсемлекте тик юғары чин вәкилдәре генә эскән. Шулай ҡиммәтле нәмә булғандыр инде һәм хатта какао ағасының 10 емешенә бер ҡол һатып алып булған. Ул аҡса берәмеге һымаҡ та йөрөтөлгән икән. Урта быуаттарҙа ла Европала шоколадты тик байҙар ғына ҡуллана алған. Тора-бара уға шәкәр ҡушылған, шыйыҡтан ҡаты сүрәткә ингән. Европаға ла ул бик ҡыҙыҡлы һәм ҡатмарлы юлдар аша килгән, уларын яҙһаң тотош бер тарих булып китә.

Бөгөн Рәсәйҙең 27 шоколад фабрикаһы иҡтисад баҙарында әүҙем эшләй. Әммә донъялағы иң эре производстволар сит илдеке. Һәм беҙ шул сит ил шоколадына өйрәнгәнбеҙ ҙә.

Шикалат яратам. Оҡшағаны булһа бер үҙем бер коробканы ашап ташларға могу, шуға сикләйем. Әсе шоколадтың файҙаһы күп кенә: йөрәккә, ҡан баҫымына, нервыларға, йыйырсыҡтарҙан, иммунитетҡа һ.б. Татлы шоколад кәйеф өсөн, ә ағы бөтөнләй файҙаһыҙ, тип яҙалар. Миңә кәйеф өсөнө оҡшай. Һәр хәлдә йыпырабыҙ ғына инде, нимә өсөн булғанда ла.

12 июль шоколад көнөнбилдәләйҙәр икән.

Миләүшә Ҡаһарманова.

Автор:
Читайте нас