-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
28 Июль 2023, 12:01

ҺҮҘ КӨСӨ

“Теле ямандың көнө яман”, “Һөйҙөргән дә тел, биҙҙергән дә тел”, “Татлы тел таш ярыр”, “Теле боҙоҡтоң күңеле боҙоҡ”... Тел, һүҙ тураһындағы мәҡәлдәрҙе әллә күпме килтерергә мөмкин. Һүҙҙең көсө ҙур. Һүҙ менән кешене күктәргә күтәрергә, шулай уҡ юҡҡа сығарырға була.

ҺҮҘ КӨСӨ
ҺҮҘ КӨСӨ

“Теле ямандың көнө яман”, “Һөйҙөргән дә тел, биҙҙергән дә тел”, “Татлы тел таш ярыр”, “Теле боҙоҡтоң күңеле боҙоҡ”... Тел, һүҙ тураһындағы мәҡәлдәрҙе әллә күпме килтерергә мөмкин. Һүҙҙең көсө ҙур. Һүҙ менән кешене күктәргә күтәрергә, шулай уҡ юҡҡа сығарырға була.
Йыш ҡына беҙгә тыштан килгән һүҙҙәр тәьҫир итә. Һәр кемдең эсендә: “Мин булдыра алмайым”, “Мин йәмһеҙ”, “Бигерәк иҫәрмен инде” кеүек ниндәйҙер тауыштар йәшәй. Уларҙы ҡабатлаған һайын, уларға иғтибар биргән һайын күңелдә тамырлана, нығына ғына баралар. Ошо эске тауыш, үкенескә күрә, кешеләр күҙегеҙгә ҡарап әйткән һүҙҙәргә ҡарағанда күпкә күберәк зыян килтерә. Ҡыҙыҡ өсөн башығыҙҙа ниндәй тауыш йәшәгәненә иғтибар итеп ҡарағыҙ әле)) Ул бер генә тауышмы, әллә бер нисәме? Нимә тип әйтә, ниндәй кәңәштәр бирә? Бының өсөн уңайлап ултырығыҙ, күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ. Тәрән итеп өс тапҡыр тын алығыҙ һәм бөтә иғтибарығыҙҙы эске донъяғыҙға, күңелегеҙгә йүнәлтегеҙ. Нимә ишетәһеҙ? Эсе тауыш, бәлки, барыбер килеп сыҡмай, тип был турала уйлап та ҡарамаҫҡа кәңәш итәлер? Бәлки, мине бер кем дә яратмай, сөнки мин йәмһеҙ, мин яратырға лайыҡ түгелмен, тиҙер? Тормошоғоҙ, үҙегеҙ тураһында ниндәй фекерҙәһегеҙ? Күберәк яҡшы уйҙаһығыҙмы, әллә үҙегеҙгә (тәнегеҙгә, йөрөшөгөҙгә, ҡылыҡ-фиғелдәрегеҙгә йәнегеҙ көйә, йәшәйешегеҙ менән риза түгелһегеҙме? “Булдыра алам” тип йыш әйтәһегеҙме, әллә “Булдыра алмайым” тигән эске тауыш нығыраҡ урын алғанмы? Нимә ти эске тауыш?
Шулай итеп, үҙегеҙ тураһында ниндәй уйҙар, ниндәй фекерҙәр тыуҙы? Эске тауыш идара итәме һеҙҙең менән, әллә уны тыңламаҫҡа, үҙегеҙсә эшләргә, уйларға, йәшәргә көсөгөҙ етәме?
Эске тауышығыҙға һәр ваҡыт ҡолаҡ һалырға өйрәнегеҙ. Һеҙҙе икеләнеүгә һалған, үҙегеҙгә булған ышанысығыҙҙы кәметкән, күңелегеҙҙе яралаған, алға барырға, маҡсаттарға өлгәшергә ҡамасаулаған һүҙҙәр яңғырай икән, шунда уҡ уларҙан ҡотолоу, кире уйҙарҙы ыңғайҙары менән алыштырыу мөһим. Әйтәйек, көҙгөгә ҡарап, уй, ҡалай һимергәнмен, ҡалай һыр баҫҡан, ҡалай йәмһеҙмен кеүек уй килгән икән башығыҙға, әлбиттә, шунда уҡ ҡыуырға! Шулай итмәһәгеҙ, ҡорт булып башығыҙға инеп оялаясаҡ һәм яйлап кимерә лә башлаясаҡ. Үҙегеҙҙе нисек бар, шулай ҡабул итегеҙ. Һәр нәмәнән матурлыҡ, йәм табырға өйрәнегеҙ һәм шуға ынтылығыҙ. Мин йәмһеҙ тип үҙеңә бикләнгәнгә, кеше араһына сығырға оялғанға ҡарағанға мин гүзәл тип матур булырға ынтылыу күпкә яҡшыраҡ һәм күңеллерәк. Иң мөһиме, ышаныс, биргән, дәрт өҫтәгән, алға ҡарап йәшәргә өндәгән, ҡанатландырған һүҙҙәрҙе йышыраҡ әйтегеҙ. Һүҙҙең көсө тураһында онотмағыҙ. Ыңғай һүҙҙәрҙе күберәк әйткән һайын, һеҙҙең эске тауышығыҙ ҙа үҙгәрә, яңыра ғына барасаҡ.

 

Гөлнара Мостафина

ҺҮҘ КӨСӨ
ҺҮҘ КӨСӨ
Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас