-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
14 Август 2023, 15:49

АВГУСТ АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР

16 августа көслө һалҡын ел иҫһә – һыуыҡ ҡышҡа, йылы ел иҫһә –йомшаҡ, ҡарлы ҡышҡа.

АВГУСТ АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР
АВГУСТ АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР


🌻Августа көндәр аяҙ булһа, көҙ ямғырлы һәм бысраҡ булыр.
🌻Йәшен күп булһа, баланды ҡырау алыр.
🌻Һауала һаҙағай уйнаһа, иген уңыр.
🌻Ашлыҡ урғанда һалам шыртлап һынһа, ямғыр булыр.
🌻16 августа көслө һалҡын ел иҫһә – һыуыҡ ҡышҡа, йылы ел иҫһә –йомшаҡ, ҡарлы ҡышҡа.
🌻19 август ҡоро булһа, көҙ ҡоро була, дымлы булһа – ямғырлы көҙ килә, аяҙ булһа – ҡырыҫ ҡышҡа.
🌻Сөмбөләлә арыш сәс, тамағың булмаҫ ас (сөмбөлә тип 22 августан 22 сентябргә тиклемге осор аталған).
🌻21 авгусҡа ҡарап, ғинуарҙың холҡон фаразлап була.
🌻31 август әрем тамырын ҡарағыҙ, әгәр йәш тармаҡтары ҡалын булһа – киләһе йылда уңыш мул булыр.

Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас