+24 °С
Ямғыр
Мөғжизәле донъя
17 Февраль 2024, 11:15

“Мину-мину”, “набия-набия”, “ц-ц-ц”, “ойде-ойде”. Был нимәне аңлата?

Бесәйҙәр “бес-бес” тип саҡырғанға ғына килмәй икән, улар ни бары “с” өнөнә һиҙгерҙәр. Рустарҙа “кис-кис” тип өндәшәләр. Ә бына француз бесәйенә “бес-бес” тиһәң, ул һеҙҙе аңламаҫ: уны “мину-мину” тип саҡыралар икән. Корей бесәйенә – “набия-набия”, ҡытайҙыҡына – “ц-ц-ц”, япондарҙыҡына – “ойде-ойде” тип өндәшәләр. Дауамы:

“Мину-мину”, “набия-набия”, “ц-ц-ц”, “ойде-ойде”. Был нимәне аңлата?“Мину-мину”, “набия-набия”, “ц-ц-ц”, “ойде-ойде”. Был нимәне аңлата?
“Мину-мину”, “набия-набия”, “ц-ц-ц”, “ойде-ойде”. Был нимәне аңлата?

Бесәйҙәр “бес-бес” тип саҡырғанға ғына килмәй икән, улар ни бары “с” өнөнә һиҙгерҙәр. Рустарҙа “кис-кис” тип өндәшәләр.

Ә бына француз бесәйенә “бес-бес” тиһәң, ул һеҙҙе аңламаҫ: уны “мину-мину” тип саҡыралар икән. Корей бесәйенә – “набия-набия”, ҡытайҙыҡына – “ц-ц-ц”, япондарҙыҡына – “ойде-ойде” тип өндәшәләр. Америкала ҡысҡырып – “кири-кири”, Италияла – “мичу-мичу”, Ғәрәбстанда ҡош-ҡортто ҡыуған кеүек “кыш-кыш” тиҙәр. Чехтарҙа бесәй “чи-чи”, сербтарҙа – “мац-мац”, голландтарҙа “пусь-пусь” тигәнгә тауыш бирә. Шведтар бесәйҙе “кыс-кыс”, немецтар – “кс-кс”, украиндар – “кысь-кысь”, финдар – “кису-кису”, поляктар – кича-кича” тип саҡыра. Ошо төрлө-төрлө саҡырыуҙарға бесәйҙәрҙең яуабы бер: “мыяу!”

фото: Таһирова Тәнзилә. Йылайыр районы Һабыр ауылы.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас