+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
20 Февраль , 14:50

“Аманат”- Таиланда ла “Аманат”!

Минең исемем Сафия Хәсәнова. Сәйәхәт итергә яратам. Был илдә иң оҡшағаны – “Аватар” фильмын төшөргән утрауҙы, ҡая таштарҙы күреү булды. 

“Аманат”- Таиланда ла “Аманат”!
“Аманат”- Таиланда ла “Аманат”!

“Аманат”- Таиланда ла “Аманат”!

Минең исемем Сафия Хәсәнова. Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот районы Түбәнге Сортым ҡасабаһында йәшәйем. “Северное сияние” исемле балалар баҡсаһына ("Карамельки" төркөмө) йөрөйөм. Һүрәт төшөрөргә, пластилиндан төрлө һындар эшләргә яратам. Бейергә әүәҫмен. Тағы ла бер яратҡан шөғөлөм бар – “Аманат”ты уҡыйым. Һүрәттәрен буяйым. Кроссвордарын сисәм. Журналдың төрлө конкурстарында ҡатнашырға тырышам.

Йәй көндәре олатай-өләсәйҙәремә, Башҡортостанға Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылына һөйөнөп ҡайтам. Яңыраҡ атай-әсәйем менән Таиландта булдыҡ. Унда икһеҙ-сикһеҙ диңгеҙҙә йөҙҙөк, эҫе ҡояшында ҡыҙындыҡ, төрлө ерҙәргә сәйәхәт ҡылдыҡ. Иң оҡшағаны – “Аватар” фильмын төшөргән утрауҙы, ҡая таштарҙы күреү булды. Журнал дуҫым да минең менән бергә йөрөнө. “Аманат”ты 95 йәшлек юбилейы менән ҡотлайым! Уҡыусылары күп, үҙе уҡымлы булһын!  

“Аманат”- Таиланда ла “Аманат”!
“Аманат”- Таиланда ла “Аманат”!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: