+14 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
13 Апрель , 16:45

Мөғжизәле мәмерйә

Ауылым Үрге Яйыҡбай үҙенең хозур, бай тәбиғәте менән күңелдәрҙе әсир итә. Уны бер яғын – мәғрүр тауҙар, икенсе яғын ҡатнаш ағастарҙан торған ҡуйы урмандар, көмөштәй саф һыулы шишмә-йылғалар уратып алған. Бындағы ерҙең һәр бер ташы тарих һөйләй. Шуларҙың береһе – Суҡташ тауы тураһында яҙып үткем килә.

Мөғжизәле мәмерйә
Мөғжизәле мәмерйә

Ауылым Үрге Яйыҡбай үҙенең хозур, бай тәбиғәте менән күңелдәрҙе әсир итә. Уны бер яғын – мәғрүр тауҙар, икенсе яғын ҡатнаш ағастарҙан торған ҡуйы урмандар, көмөштәй саф һыулы шишмә-йылғалар уратып алған. Бындағы ерҙең һәр бер ташы тарих һөйләй. Шуларҙың береһе – Суҡташ тауы тураһында яҙып үткем килә.

Суҡташ тауы ауылымдың визит карточкаһы булып һанала. Был бейек тау ауылға ингән ерҙән үк күренеп ултыра. Тышҡы күренеше менән ул һуҙылып ял итеп ятыусы ғәйәт ҙур бер китты хәтерләтә. Урыны-урыны менән уны һирәк ҡайын сауҡалығы ҡаплаған. Тауҙың өстән бер өлөшө суҡланып, бер-береһенә ойошҡан ташлы ҡая массивтарынан ғибәрәт. Уның атамаһы ла шунан алынған. Ауыл ҡарттары әйтеүенсә, тау борон замандарҙа тулыһынса урман менән ҡапланған булған һәм хатта уның ҡаяларын тирәләп бөркөттәр осоп йөрөгән.

Суҡташ тауы ауыл халҡының иң яратҡан урынына әйләнгән. Туйҙар, байрамдар, төрлө мәжлес кисәләре була ҡалһа, ҡунаҡтар, мотлаҡ ошо тауға менеп, ял итеп алыусан. Ситтән килгән кешене иң тәүҙә ошо тауға мендереп, ауыл панорамаһын күрһәтеп төшөрөү мотлаҡ үтәлергә тейешле изге йолаларҙан һанала. Тауҙың бейек булыуы тирә-яҡты күҙәтеүгә бик уңайлы. Боронғо барымта-ҡарымта замандарында уның ҡарауыл посы булараҡ хеҙмәт иткәнлеге тураһында ла фараздар бар. Тауҙың иң юғары нөктәһенән күрше ауылдар ғына түгел, ә бынан көнсығыш тарафта егермеләп саҡырымда ятҡан Ирәндек тауҙары, Баймаҡ ҡалаһындағы телевизион вышка, көнбайыш яҡтан Урал һырттары ап-асыҡ күренә.

Тауҙың тағы ла бер үҙенсәлеге шунда: уның мәмерйәһе бар. Был мәмерйә тауҙың ҡойроҡ өлөшөндә, түбәндәрәк урынлашҡан. Ул, шахталарҙағы клеть юлы кеүек кеше кәүҙәһе һыймаҫлыҡ тар ғына тишек булып, ер аҫтына төшөп китә. Ҡарттарҙың һөйләүенә ҡарағанда, Суҡташ мәмерйәһе элек ҙур булған. Унда боронғо һуғыш ваҡыттарында кешеләр дошмандарҙан йәшенер һәм ҡорал һаҡлар булған, тиҙәр. Бары тик күп йылдар үтеү менән ер ҡабығының тектоник хәрәкәттәре арҡаһында һәм тау тоҡомдарының йылдам үҫеүе һөҙөмтәһендә мәмерйә ауыҙы кесерәйгән. Мәмерйә эсендә ер аҫты йылғаһы булыуы ихтимал. Элегерәк уның ауыҙына ташлаған таштың күпмелер секундтан шомборлап һыуға сумған тауышы ишетелә торғайны.

Суҡташ мәмерйәһенә бәйле төрлө фараздар йөрөй. Мәҫәлән, уның үҙенән бер саҡырым тирәһеләй алыҫлыҡта һәм бер үк параллелдә тиерлек ятыусы Ҡалтаташ ҡаяһы мәмерйәһе менән ғәйәт тәрән һәм бик оҙон ер аҫты коридоры яһап тоташҡан булыуы ихтимал. Уның ысынмы-юҡмы икәнлеген тикшереү маҡсатында ҡаҙыныу эштәре ойошторорға теләп йөрөүселәр булһа ла, урындағы халыҡ менән етәкселәр быға рөхсәт бирмәне. Сөнки, билдәле, бының арҡаһында тирә-яҡ мөхиткә бик ҙур зыян киләсәк!

 

Рифат Йәмле Хан.

Баймаҡ районының

Яйыҡбай ауылы.

Мөғжизәле мәмерйә
Мөғжизәле мәмерйә
Мөғжизәле мәмерйә
Мөғжизәле мәмерйә
Автор:
Читайте нас: