+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мөғжизәле факттар

Ә һеҙ беләһегеҙме? Мейе – кеше организмындағы иң аҙ өйрәнелгән һәм ҡатмарлы ағза. Уның хаҡындағы факттар бик ҡыҙыҡлы: Мейе эшләһен өсөн 10 ваттлыҡ лампочкаға кәрәк булған күләмдәге энергия талап ителә. Мейе ауыртыуҙы тоймай.

Мөғжизәле факттар
Мөғжизәле факттар

Мөғжизәле донъя

  1. Эфиопияла Пушкиндың һәйкәле бар. Постаментҡа “Беҙҙең шағирға” тигән һүҙҙәр яҙылған.
  2. Донъялағы иң “текә” репер – Билгин Озчалкан (Төркиә). Ул 2 минут 40 секунд эсендә 1267 һүҙ әйтеп өлгөргән.
  3. Ҡолаҡлы бүректәрҙең тарихы малахай тигән монгол баш кейеменә барып тоташа. Рәсәйҙә башта улар фәҡәт хәрбиҙәр өсөн тәғәйенләнгән. Хатта ХХ быуатта, Колчак армияһы булған саҡта, бүректәрҙе “колчаковка” тип тә йөрөткәндәр.
  4. Мейе – кеше организмындағы иң аҙ өйрәнелгән һәм ҡатмарлы ағза. Уның хаҡындағы факттар бик ҡыҙыҡлы:

Мейе эшләһен өсөн 10 ваттлыҡ лампочкаға кәрәк булған күләмдәге энергия талап ителә.

Мейе ауыртыуҙы тоймай.

Ул 80% һыуҙан тора.

  1. Бесенджи, йәғни өрә белмәүсе Африка эте 5000 йыл элек Үҙәк Африкала барлыҡҡа килгән. Был эт өрә белмәгәнлектән, үҙенә генә хас, ишетелер ишетелмәҫ тауыш сығара. Бесенджиға маңлайындағы һырҙары һәм өйөрөлөп торған ҡойроғо тағы бер үҙенсәлек өҫтәй. Етмәһә, ул бесәй кеүек йыуына ла икән.
  2. Салар де Уюни – Боливияның Альтиплано тигеҙлегендә урынлашҡан кипкән тоҙло күл. Ул донъялағы иң ҙур тоҙло тупраҡлы ер булып иҫәпләнә. Майҙаны  10 582 км2 тәшкил итә. Бындағы тоҙ ҡатламы 2-8 метр ҡалынлыҡҡа тиклем барып етә.
  3. Палитра (француз теленән palette – пластинка) – тура дүртмөйөш, йәки оҙонса түңәрәк рәүештәге тишекле пластинанан ғибәрәт. Ул рәссамдар өсөн төҫтәрҙе ҡатыштырып һүрәт төшөргәндә ифрат уңайлы.
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: