+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
28 Сентябрь , 11:58

Ырғыҙлы балалары Мәҡсүттә ҡунаҡта

Бөрйән районы Ырғыҙлы урта мәктәбенең 1-се синыф уҡыусылары күрше Мәҡсүт ауылына экскурсияға барған. Унда Мөхәрләм Нәҙершин олаталарында ҡунаҡта булғандар. Ә 1-се синыфтан  Һөйөшев Шамил сәфәрҙән фотолар төшөрөп алған.

Ырғыҙлы балалары Мәҡсүттә ҡунаҡта
Ырғыҙлы балалары Мәҡсүттә ҡунаҡта

Мөхәрләм Мөхәмәтғәле улы үҙе оҫта ҡуллы ғына түгел, шул оҫталығын балаларҙы ла, ололарҙы ла хайран итерлек һындар яһауы менән дә билдәле. Уның ихатаһында мөғжизәле бер донъя хасил булған.

Хәйер, балта оҫтаһының башҡа һөнәрҙәре лә күп. Ул – ихлас умартасы. Йәнә өҙҙөрөп баянда уйнай, йырлай. Үҙе йырҙар ҙа ижад итә. Ә бына йәш йырсы Линар Белый – Мөхәрләм Мөхәмәтғәле улы нәҫеленән. Линар  башҡарыуында бабаһы яҙған “Тыуған ауылым” һәм “Тәбиғәт серҙәре” тигән йырҙарҙы ишеткәнегеҙ ҙә барҙыр. Уларҙың һүҙҙәре лә, көйө лә Мөхәрләм Мөхәмәтғәле улыныҡы.

Бына шундай күп һөнәргә маһир, шиғри күңелле, оҫта ҡуллы олатай янында булған балалар. 

Ырғыҙлы балалары Мәҡсүттә ҡунаҡта
Ырғыҙлы балалары Мәҡсүттә ҡунаҡта
Ырғыҙлы балалары Мәҡсүттә ҡунаҡта
Ырғыҙлы балалары Мәҡсүттә ҡунаҡта
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: