+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
16 Октябрь , 13:57

16 октябрь Бөтә донъя икмәк көнө!

— Беҙ үҫкәндә әфлисундар,Банандар бит булманы,Кинәнеп әпәй ашамайҠорһаҡ бер ҙә тулманы.

16 октябрь Бөтә донъя икмәк көнө!
16 октябрь Бөтә донъя икмәк көнө!

16 октябрь Бөтә донъя икмәк көнө!
Икмәк ашама! — ти ҡыҙым ,
— Икмәктән бары зыян! —
Күҙ алдына килтерәм дә,
Өшөнөп, ҡурҡып ҡуям...

— Беҙ үҫкәндә әфлисундар,
Банандар бит булманы,
Кинәнеп әпәй ашамай
Ҡорһаҡ бер ҙә тулманы.

Күмәк балаға көн һайын
Икмәк бешерҙе әсәй,
Ҡайһы берҙә ике тапҡыр
Бешергәне лә етмәй!

Өлпөлдәп торған телемгә
Хуш еҫле ҡаймаҡ һылап,
Рәхәтләнеп йыпырабыҙ!
Кәрәкмәй тороу һыйлап...

Икмәккә һары май һылап,
Шәкәр һипһәң — хан һыйы!
Ошо тәмлекәсте ашап,
Йүгерәбеҙ көн буйы.

Икмәк ашап, утын ярҙыҡ,
Бесән саптыҡ — эшләнек!
Беләктә көс, йөрәктә дәрт —
Хәләл ризыҡ тешләнек!

... Икмәктән тик зыян тиһең,
Юҡ икән файҙалары...
Нисек икмәк ашамаҫҡа?
Беҙ — икмәк балалары!

Ҡаймаҡ менән, картуф, бутҡа,
Аш янына, сәй менән,
Ҡоймаҡ менән, һис булмаһа,
Икмәкте икмәк менән —

Ашамаһаҡ, тамаҡ туймай,
Күңел булмай бит, балам!
Бөкөрөнө төҙәйтеүе...
Мин икмәк менән ҡалам!

Иң ҡәҙерле ризығыбыҙ —
Икмәкһеҙ ҡалайыҡмы?!
Әллә, балам, әпәкәйләп
Сәй эсеп алайыҡмы?

(Фирүзә Абдуллина)

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: