Аппаратлы экспаедиция бер нисә көн эшләйәсәк. Тикшеренеүҙәрҙең беренсе көнөндә аппарат һыу аҫтындағы таш тоннель буйлап 36 метр үткән һәм кире ҡайтарылған. Киҫкен боролоштар, сосайып сығып торған һыу аҫты ҡая-таштары маршрутты бик ҡатмарлаштырған.
200 метрлы кабель аша электр генераторына тоташҡан дрон һыу аҫтында күпме кәрәк, шунса эшләй ала. Беспилотникты Өфө инженеры, уйлап табыусы Ярослав Литвинов эшләгән. Һыуға төшөргәндә Рәсәйҙең иң яҡшы водолаздарының береһе өфөлө Александр Хижняк ярҙамлашҡан.
Сығанаҡ: Башинформ.