-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Кейеҙ мөғжизәләре

«Кейеҙ мөғжизәләре» тип аталды Өфө ҡала Үҙәк китапханаһында барған Өфө ҡалаһы 2- се Балалар һынлы сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Ғилманова Ләйсән Ирек ҡыҙы һәм уның уҡыусыларының шәхси күргәҙмәһе.

Ләйсән Ғилманова- биҙәү- ҡулланма сәнғәте өлкәһендә эшләүсе оҫта.
Ул кейеҙҙе художестволы эшкәртеү һәм байтаҡ туҡыу техникаһы (ҡорамалау, туҡыма интарсияһы, туҡып яһалмаған биҙәкләп эшләнгән һүрәтле стена келәме, Индонезия һәм Индия халыҡтары ҡулланған боронғо биҙәк техникаһы батик) менән эш итеүсе, «Рәсәй рәссамдары союзы» һәм Башҡортостан һөнәрселәр берлеге ағзаһы, халыҡ- ара, төбәк- ара , республика һынлы сәнғәт бәйгеләрендә ҡатнашыусы рәссам.
Ләйсән Ирек ҡыҙының декоратив панноларына төрлө геометрик формаларҙағы, яҫылыҡтағы күләмле рельеф һүрәттәр хас. Уның эштәренең төп мотивтарын төрки халыҡтарына ғына хас булған мифик һәм поэтик контекстар, символдар һәм тамғалар, милли орнаменттар тәшкил итәләр.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының һынлы сәнғәт, графика факультетын тамамлап, хәҙер инде Өфө ҡалаһының 2- се һанлы Балалар художество мәктәбенең рәсем, живопись, композиция һәм декоратив- ҡулланма сәнғәте уҡытыусыһы булып эшләгән Ләйсән Ғилманова үҙе генә түгел, ә уның уҡыусылары ла кейеҙҙән аксессуарҙар һәм паннолар яһайҙар. Етәкселәре менән балалар кейеҙ сәнғәтенең тарихы, үҫеше һәм сәнғәт төрө булған ошо һөнәрҙең хәҙерге тенденциялары менән танышалар.
«Кейеҙ мөғжизәләре» тип исемләнгән күргәҙмәгә уҡыусыларҙың айырым да, күмәкләп тә эшләгән ижад эштәре ҡуйылған. Күргәҙмәләге декоратив паннолар, кейеҙҙән баҫылған ҡурсаҡтар, уйынсыҡтар, арт- объекттар, баш кейемдәре һәм сумкалар төрлө бәйгеләрҙә,фестивалдәрҙә ҡатнашҡан. Күргәҙмәлә ҡатнашҡан һәр бер баланың эшендә үҙ манераһы, стиле, донъяны аңлап белеү һәләте һәм уға ҡарашы сағылған.
«Кейеҙ мөғжизәләре» күргәҙмәһе асылған көндә Ләйсән Ирек ҡыҙы Ғилманова «Орнамент мотивтары» тип аталған кейеҙ келәм эшләү техникаһы тураһында оҫталыҡ дәресе бирҙе.
1 ғинуарҙа асылған күргәҙмә бер ай дауам итә. 31 ғинуарҙа ул ябыласаҡ. Кемдәр әле унда булмаған, ошо көндәрҙә уны барып күрә ала әле .
Элиза Ибәтуллина, Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: