Яратҡан "Аманат" журналыбыҙ уҙғарған "Мин донъяны һүрәтләйем" конкурсының беренсе ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса ағайым Ислам 1-се, ә мин 2-се урын алыу бәхетенә ирештек.
Беҙ ғаиләбеҙ менән һүрәт төшөрөргә яратабыҙ. Ғаиләбеҙ тәбиғәт ҡосағында ваҡытын күп уҙғара. Ҡояш байыуын, ямғырҙан һуң йәйғор сығыуын, күбәләктәр осоуын, ҡоштар һайрауын ихлас күҙәтәбеҙ. Шуға ла тәбиғәт, көнкүреш һүрәттәре сағыу килеп сыға.
"Аманат" журналына шундай конкурстар уҙғарып, беҙҙе приздар менән дәртләндереп торғаны өсөн рәхмәтлебеҙ.
Сулпан Ғәлиуллина,
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 2-се синыф уҡыусыһы.