Яратҡан "Аманат" журналыбыҙ уҙғарған "Мин донъяны һүрәтләйем" конкурсының беренсе ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса 3-сө урын алыу бәхетенә ирештем. Мин Гүзәл апайым менән һүрәт төшөрөргә яратам. Ул мине ҡәләмде нисек дөрөҫ тоторға, ниндәй буяуҙар ҡулланырға, нисек дөрөҫ буярға өйрәтә. Үҙем тәбиғәтте, ағастарҙы, сәскәләрҙе, йорт хайуандарын фотоға төшөрөргә яратам. Шуға күрә һүрәттәр ҡыҙыҡлы һәм матур килеп сыға тип уйлайым.
"Аманат" журналына шундай конкурстар уҙғарып, беҙҙе приздар менән дәртләндереп торғаны өсөн рәхмәтлебеҙ.
Артабан да яратҡан журналыбыҙ менән дуҫлыҡты ташламабыҙ.
Рәхимов Таһир. Ауырғазы районының Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 2-се синыф уҡыусыhы