+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

«Йыртып астым күкрәгемде, йолҡоп алдым йөрәгемде...» Рәшит Назаров

Рәмис Әлимбәков һүрәте. Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының уҡыусыһы.

«Йыртып астым күкрәгемде, йолҡоп алдым йөрәгемде...» Рәшит Назаров
«Йыртып астым күкрәгемде, йолҡоп алдым йөрәгемде...» Рәшит Назаров

Йөрәк

Йыртып астым күкрәгемде,
Йолҡоп алдым йөрәгемде
Һәм йомарлап устарыма,
Илттем уны дуҫтарыма.
Илттем уны һиңә, йәнем.
Тик күрмәнең ниңә, йәнем?

Хурланып мин шул саҡ бик тә,
Йөрәгемде аттым күккә,
Осто йөрәк. осто йөрәк
Йондоҙҙарҙан бейегерәк.

Йәнем! Әгәр сыҡһаң тышҡа
Таңын, ҡара көнсығышҡа,-
Бер йондоҙ унда нур һипһә,
Һәм хистәрең дөрләп китһә,
Бел: был йондоҙ - минең йөрәк,
Тик инде ул бейегерәк.

Рәшит Назаров

 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: