Минең исемем Асҡар. Мин Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 1-се класында уҡыйым. Юлиана апайым 9-сы, Элина - 7-се класта белем ала. Улар миңә һәр саҡ ярҙам итә. Быйыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Уҡытыусыбыҙ ғаилә һүрәтен төшөрөргә ҡушты. Беҙ ғаиләбеҙ менән тәбиғәттә ял итергә яратабыҙ: балыҡ тотабыҙ, һыу инәбеҙ. Шуға ла мин ошо мәлде һүрәткә төшөрҙөм. Йәлилов Асҡар.