+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Республикала исемдәре Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле урамдарҙы төҙөкләндерәләр

Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан «Еңеү урамдары» проекты ғәмәлгә ашырыла.

Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан «Еңеү урамдары» проекты ғәмәлгә ашырыла. Проект сиктәрендә исемдәре Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле урамдар төҙөкләндерелә.

Өфөлә Клавдия Абрамова, Еңеү, Фронт Бригадалары урамдары ремонтланды. Стәрлетамаҡта Олег Кошевой, Аркадий Гайдар һәм Пантелькин урамдары тәртипкә килтерелде. Дүртөйлөлә яҡтыртҡыстар алмаштырылды һәм Еңеүҙең 40 йыллығы, Маринеско, Николай Чирва, Талалихин урамдарында ремонт эштәре башҡарылды.

2020 йылда республиканың баш ҡалаһында һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүсе Родионов урамында яҡтыртҡыстар ҡуйыу һәм генерал Горбатов, Георгий Ветошников, Новоженов урамдарында ремонт эштәре, Стәрлетамаҡта Суханов урамында юл сатын реконструкциялау, Ишембайҙа Жуков һәм Зорге урамдарын төҙөкләндереү күҙаллана.

Был эш «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә йыл дауамында алып барыла.

http://www.bashinform.ru/news/1422029-v-bashkirii-otremontiruyut-ulitsy-nazvaniya-kotorykh-svyazany-s-velikoy-otechestvennoy-voynoy-/

Читайте нас: